Сараны Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев алып барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” һәм “Башҡорт ихаталары” программаларына ярашлы, содасылар паркы һәм Стәрле йылғаһы буйындағы аллея төҙөкләндерелде. Өҫтәүенә 18 ихата ипкә килтерелде, тик уларҙың 17-һе генә ҡабул итеү комиссияһы тарафынан ҡабул ителде. Сәбәбе: ҡаланың Гоголь урамындағы 130 а йорт эргәһендәге ихатаны төҙөкләндереүҙең сифаты комиссияны ҡәнәғәтлендермәгән.