Башҡортостанда “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы тамамланды. Биш йылда уны тормошҡа ашырыуға алты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, шуның яртыһы республика ҡаҙнаһынан бүленде.
Ошо аҡсаға 3617 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алды. Ғаиләләрҙең 70 процентын йәштәр тәшкил итә. Йәмғеһе 18 ФАП төҙөлдө, 260 километрҙан ашыу газ үткәргес һәм 550 километрлыҡ һыу үткәргес сафҡа индерелде, граждандарҙың урындағы башланғыстарына грант ярҙамы күрһәтеү буйынса 15 проект тормошҡа ашырылды, спорт һәм балалар майҙансыҡтары файҙаланыуға тапшырылды.
Әле комплекслы төҙөлөшкә ҡағылышлы биш проект ғәмәлгә ашырылды. Улар участкаларҙы әҙерләүҙе, мәктәптәр, мәктәпкәсә учреждениелар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ауыл клубтары һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Ауылдарҙа 167 саҡрымдан ашыу юл һалынған.
Быйылдан республикала ошондай уҡ “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы эшләй башлаясаҡ. Ауыл хужалығы министрлығы ғаризаларын яҡлап, норматив документация әҙерләне. 2020–2022 йылдарҙа ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, шуның өс миллиард һумдан ашыуы федераль бюджеттан бүленә. Аҡсаның бер өлөшө шәхси торлаҡ төҙөүгә субсидия рәүешендә бирелә. Республикала 140 километрҙан ашыу газ үткәргес һәм 157 километрлыҡ һыу үткәргес төҙөүгә ғаризалар тапшырылған. 40 ҡасаба – газ, тағы ла 50-һе һыу менән тәьмин ителәсәк.
Биләмәләрҙә комплекслы төҙөлөш алып барыу йәһәтенән ете муниципалитетта 11 проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана. Саҡмағош районында 200 урынлыҡ мәктәп, Яңауылда иһә 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы һалына. Бынан тыш, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеүгә аҡса йүнәлтеләсәк.
Ауылдарҙы комплекслы үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыуға 750 миллион һумдан ашыу аҡса һалына. Әле Баҡалы, Салауат, Яңауыл, Хәйбулла райондарында биш проект һайлап алынған. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты 2022 йыл аҙағына тиклем 11 ауылға илткән юл төҙөүҙе планлаштыра.