Уның менән бергә миллиардерҙар исемлеген тулыландырғандар араһында ошо уҡ компанияға нигеҙ һалған Андрей Баронов та бар. Төп мәшғүллектәре мәғлүмәттәрҙе һаҡлауға күсереү, тергеҙеү, яҡлау, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һаҡлауға бәйле. Фирманың 160 илдә 365 меңдән ашыу клиенты, 30 офисы бар. Яҡташыбыҙҙың миллиардерҙар исемлеген тулыландырыуы биш миллиард долларға тиң булған килешеүгә бәйле икән. Һатып алыу процесы беренсе кварталда тамамланырға тейеш. Унан һуң Тимашев менән Баронов вазифаларын ҡалдырасаҡ.