Иҡтисад
14 Января 2020, 07:48

Эшҡыуар һөнәре абруйлы булһын

Республика Хөкүмәтенең Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисының яңы йыл алдынан үткәрелгән сираттағы ултырышы Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға арналды. Сараға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итте, унда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.

Республика Хөкүмәтенең Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисының яңы йыл алдынан үткәрелгән сираттағы ултырышы Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға арналды. Сараға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итте, унда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.


– Эшҡыуарлыҡ шөғөлө отошло һәм хәүефһеҙ булырға тейеш, Проект офисы хәҙер ошондай диалог өсөн майҙансыҡ булып сығыш яһай ҙа инде, – тине Премьер-министр урынбаҫары. – Бөгөнгә рес­публикабыҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының һәр 10 мең кешегә тура килгән һаны буйынсы алдынғы урында, тип әйтеп булмай. Шул айҡанлы, һис шикһеҙ, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, кредит ресурс­тарын еңелерәк алыу мөмкинлеге булдырыу, дәүләт ярҙамы исемлеген киңәйтеү талап ителә. Был осраҡта эшҡыуарлыҡ шөғөлөн популярлаштырыу – эшҡыуарҙар һанын арттырыу буйынса маҡсатҡа өлгәшеү юлындағы мөһим йүнәлештәрҙең береһе.
“Ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғысына ярҙам итеү буйынса республика үҙәге” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры урынбаҫары Алексей Рябченко төбәк проектының төп күрһәткестәре тураһында һөйләне. Улар араһында интернеттағы социаль селтәрҙә, телевидениела ошо проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәғлүмәт таратыу, 14-17 йәштәге үҫмерҙәрҙе эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтыра башлау, эшҡыуарлыҡҡа яңы тотонғандар өсөн кәңәшсе-тәрбиәселек программаһын үтәү, граждандарҙың эшҡыуарлыҡҡа әҙер булыу-булмауы буйынса тест уҙғарыу һәм башҡа саралар бар.
“Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселек ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева үҙ-ара элемтә лә булдырырға – эшҡыуарлыҡ шөғөлөнөң абруйын күтәреү өсөн ҙур бизнес-форумдарҙа уңышлы эшләгән һәм йәш быуын алдында үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер булған эшҡыуарҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итергә саҡырҙы.
Ултырышта эшҡыуарлыҡ өсөн иң мөһим булған мәсьәләләрҙең береһе – ер майҙандарын һәм күсемһеҙ мөлкәтте теркәү үҙенсәлектәре лә ҡаралды. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Дмитрий Суслин билдәләүенсә, ошо маҡсатлы модель буйынса түбәндәге күрһәткестәргә өлгәшелгән:
* ер биләмәһе схемаһын кадастр планында раҫлау ваҡыты уртаса 13,5 көнгә саҡлы ҡыҫҡартылған;
* ер майҙанының техник межалау пландарын билдәләү ваҡыты 12 көн эсендә башҡарыла;
* дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу буйынса ғаризаларҙың электрон рәүешендә бирелгән өлөшө хәҙер ошондай документтарҙың 99,9 процентына еткерелгән;
* документтарҙы күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул итеүҙең сифаты күпкә яҡшырған;
* “Росреестр”ҙың күсемһеҙ мөлкәтте кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙан баш тартыу осраҡтары кәмегән.
Ҡаралған мәсьәләләрҙе йомғаҡлап, Александр Сидякин ошо модель талаптарын үтәмәгән хәлдә уңайлы эшлеклелек мөхитенең дә булмаясағын билдәләне. Был эштә дәүләт власы органдары ла, муниципалитеттар ҙа бергәләп эшләргә тейешле.
Читайте нас