Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе башлыса социаль блокка ҡағылһа ла, иҡтисади үҫеш темаһы ла ситтә ҡалманы, әлбиттә.
– Быйылдан башлап инвестицияларҙың йыллыҡ үҫеше биш проценттан дә кәмерәк булмаҫҡа тейеш. Беҙ әлегә тотош йылдың һөҙөмтәләрен алманыҡ, ә бына туғыҙ ай буйынса 15 процентҡа күберәк ине. Февраль башында былтырғы йылға йомғаҡ яһарбыҙ. Һандар һәм күрһәткестәр яҡынса аңлашыла, беҙ планды үтәгәнбеҙҙер тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү кисә булғайны. Радий Хәбиров видеоконференция форматында республиканың хакимиәт башлыҡтары һәм влсть органдары менән был темаға ентекле аралашты.
– Беҙҙең республика өсөн бик ҙур әһәмиәте булған норма –төбәктәргә инвестиция һалым ҡайтармаһын ҡулланыуҙан алып еткермәгән килемдәренең өстән ике өлөшөн федераль аҡса иҫәбенә компенсациялау. Президент Мөрәжәғәтнамәлә был турала әйтте, тимәк, ул буласаҡ. Мин инвестиция блогына ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам. Беҙ “Инвестиция сәғәтендә” йыш хәл итәбеҙ: инвестиция ҡайтармаһын бирергәме, юҡмы? Артабан ҡыйыу рәүештә бирәсәкбеҙ, барыбер үҙебеҙҙең компенсация өлөшөн ҡайтарасаҡбыҙ. Был беҙгә артабан инвестициялар йәлеп итеүҙә ныҡ ярҙам итәсәк, – ти төбәк етәксеһе.
Мөрәжәғәтнамәлә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләһә лә күтәрелде. “Беҙ был мәсьәлә өҫтөндә лә етди эшләйбеҙ. Шундай хоҡуҡи һәм финанс шарттары булдырыу кәрәк, улар нигеҙендә күберәк стартаптар, новатор командалары тыуырға һәм уңышлы эшләргә тейеш. Быларҙы беҙ быға тиклем дә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Проект офисы сиктәрендә башҡара инек. Дөйөм алғанда – был беҙҙең идеология”, – тине Радий Хәбиров.
Экология буйынса күтәрелгән мәсьәләләр һәр ваҡыттағыса мөһим булды. Һулар һауа сифатын күҙәтеү системаһын эшләү һәм ғәмәлгә индереү, артабан был контроль системаһын бөтә илгә таратыу кәрәк. Был системаны һауаға ғына түгел, ә һыу, тупраҡҡа ла индереү кәрәк. Киләсәктә илдә тулы ҡанлы экология күҙәтеүе эшләргә тейеш. “Быны беҙҙең халыҡ даими һорай. Яйлап ҡына алға барабыҙ. Салауатта, Сибайҙа күҙәтеү системаһы булдырабыҙ. Шулай артабан алымды бар республикаға таратасаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.