Иҡтисад
21 Января 2020, 12:45

Экспортерҙарға ярҙам саралары киңәйтелә

Конкурста еңеүселәрҙең статусын күтәрергә кәрәк, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Унда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән экспорт эшҡыуарлығын үҫтереүгә ҡағылған мәсьәләләр ҡаралды. Был тема буйынса Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов сығыш яһаны.
Быйылдан башлап республикала экспортерҙарға дәүләт ярҙамы саралары исемлеген киңәйтеү күҙаллана. Әле сеймалға, энергия ҡарамаған тауар етештереүсе резиденттарға экспортҡа бәйле сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға төбәк ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе төҙөлдө.
– Тауарҙарҙың һәм менеджмент системаларының сит илдәрҙәге вәкәләтле ойошмаларҙың стандарт талаптарына яуап биреүен раҫлауға эшҡыуарҙар түккән сығымдың бер өлөшөн ҡапларға тәҡдим ителә, – тине Руслан Мирсаяпов.
Әйткәндәй, тап ошо сығымдарҙың субсидияланыуы осраҡлы түгел. Дәүләт комитеты үткәргән фекерҙе асыҡлау сараһында респонденттарҙың 95 проценты нәҡ уны билдәләгән.
Бынан тыш, ултырышта “Йыл экспортеры” конкурсын үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр проекты тикшерелде.
– Быйыл Өфөлә “Экспортларға ваҡыт” округ форумы уҙғарыла. Шуға күрә был конкурста еңеүселәрҙең статусын күтәрергә кәрәк, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас