Башҡортостан Хөкүмәтенең республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәһе торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм юл-транспорт комплексындағы ағымдағы хәлде тикшереүҙән башланды. Был тармаҡтарҙың тәүгеһе буйынса Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, икенсеһендә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны.
Ә Башҡортостандың Тариф буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк коммуналь хеҙмәтләндереү хаҡтарының быйыл нисек үҙгәрәсәге тураһында һөйләне, һәм ул күрһәткән слайдтарҙа түбәндәгеләр сағылдырылды: һыу менән тәьмин итеү быйылғы 1 ғинуарға ҡарата кубометрына 25,68 һум булһа, 1 июлгә ул 26,45 һум булыр тип күҙаллана, йәғни был коммуналь түләү өс процентҡа артасаҡ. Һыу ағыҙыу (ҡулланылған һыуҙы канализацияға ҡабул итеү) хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала – 1 июлгә ул элеккесә кубометрына 30,59 һум буласаҡ. Йылылыҡ энергияһы 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында бер гигакалория өсөн 2092,32 һум һәм икенсе алты айлыҡта 2134,16 һум булһа (йәғни ике процентҡа артһа), быйылғы тәүге ярты йылда ошо коммуналь хеҙмәт былтырғы йыл аҙағындағы кимәлдә ҡала, ә икенсе ярты йылда был хаҡ 2198,18 һум тәшкил итәсәк – өс процентҡа күтәреләсәк. Электр энергияһына хаҡтар 1 июлдән алып түбәндәгесә буласаҡ: ҡалала йәшәгән һәм электр плитәһе ҡулланмаған халыҡ өсөн көндөҙ – бер киловатт-сәғәтенә 3,83 һум, төнөн – 2,66-шар һум; электр плиткәһен файҙаланғандар һәм ауылда йәшәгәндәр өсөн көндөҙ – 2,68 һум, төнөн – 1,86 һум. Газ өсөн хаҡтар түбәндәгесә: зәңгәр яғыулыҡты ашарға бешереү һәм газ менән эшләгән һыу йылытҡысты ҡулланыу өсөн тотоноусылар – быйылғы тәүге ярты йыллыҡта бер кубометрға 7,20 һум, ашарға бешереү һәм үҙәкләштерелгән йылытыу үткәрелмәгән йорттарҙа газ менән эшләгән һыу йылытҡысты ҡулланыу өсөн тотоноусылар 6,71-әр һум түләй.
Светлана Николаевна әйтеүенсә, коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн тарифтар былтыр ике тапҡыр үҙгәртелгән һәм уларҙың иҡтисади яҡтан халыҡ өсөн мөмкин тиклем ҡулайлыраҡ булыуы контролдә тотола. Дәүләт комитеты рәйесе шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү мәсьәләһенә лә туҡталды: был хеҙмәтләндереү хаҡы былтырғы декабрь кимәлендә ҡаласаҡ. Бөгөнгө тариф – йәғни һәр кубометр ҡалдыҡ өсөн 70-әр һәм 35-әр һум – хатта Дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән кимәлдән дә түбәнерәк.
– Транспорт буйынса тарифтарҙы тикшергәндә, хәтерләйһегеҙме, пассажирҙар ағымы артырмы икән тип борсолғайныҡ, – тине Радий Фәрит улы ошо мәсьәләне тикшергәндә. – Был күрһәткес яҡшыра, тимәк, тариф иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән.
Күп кенә үҫмерҙәрҙең ағыуланыуына килтергән “снюс”тар буйынса мәсьәлә беренсе тапҡыр күтәрелмәй. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, был хәүефле күренешкә Башҡортостан беренсе булып ҡаршы сыҡты һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары уларҙы һатыуҙы тыйыу тураһында закон да ҡабул итте. Хәҙерге мәлдә республика парламенты уны федераль закон проекты итеп Дәүләт Думаһына тәҡдим итергә әҙерләй. Контрафакт продукция тураһындағы мәсьәлә күтәрелгәс, Радий Фәрит улы былай тине: “Телевидение барып, ошо контрафакт продукцияһы табылған складтарҙы төшөрһөн әйҙә, халыҡ күреп-белеп торорға тейеш”.
Бынан тыш оператив кәңәшмәлә “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше һәм уға ярҙам” дәүләт программаһының үтәлеше, мәктәптәрҙә балаларҙы туҡландырыу сифаты, “Сколково” фонды менән Нефтекама ҡалаһы хакимиәте араһындағы энергоменеджмент буйынса берлектәге проект, көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың йомғаҡтары һәм һаулыҡ һаҡлауҙы кадрҙар менән тәьмин итеү программаһы ҡаралды.
Радий Фәрит улы һәр мәсьәләгә айырым туҡталып үтте. Мәктәп уҡыусыларын ашатыу буйынса контроль идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарата ул шулай тине:
– Беҙ мәктәптәрҙә Башҡортостандан һәм Рәсәйҙән килтереллгән ризыҡтың нисбәтен ҡараныҡ, ике район мине ғәжәпкә ҡалдырҙы. Өфө һәм Кушнаренко райондары мәктәптәрендә республикала етештерелгән аҙыҡты бөтөнләй файҙаланмайҙар. Кушнаренко районында мәктәп ашханаһында Мәскәү өлкәһенең Люберцы районынан килтерелгән ит блогын һәм Бразилиянан алынған туңдырылған һыйыр итен ҡулланалар. Нимә ашаталар беҙҙең балаларға? Контроль идаралығы тағы бер тапҡыр тикшерһен, район хакимиәте башлығының үҙ вазифаһына тура киләме-юҡмы икәнен хәл итәсәкмен. Был иҫкәртеү Өфө районына ла ҡағыла. Мәктәптә нисек ашатыуҙарын даими контролдә тотасаҡбыҙ.
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
– Былтыр республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 468 берәмеккә артты. Тимәк, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика Хөкүмәте күргән саралар ыңғай һөҙөмтә бирә. Өфөлә һәм Нефтекамала өс “Минең бизнес” үҙәге асылды, Өфөнөң “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг үҙәге “Иң яҡшы сервис. Төбәктәр” номинацияһында “Russian Coworking Awards” премияһына лайыҡ булды. Башҡортостандың микрокредит компанияһы 451 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын 566 миллион һумға финансланы. Был күрһәткес буйынса ошо микрофинанс ойошмаһы илдәге иң яҡшы етәү иҫәбенә инә. Ташламалы кредит программаһы эшҡыуарҙар араһында ҙур абруй менән файҙалана.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын яҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған ҡаҙна аҡсаһының дөйөм суммаһы былтыр 854,84 миллион һум тәшкил итте. Был өлкәләге финанс бурыстары тулыһынса үтәлде. Эшҡыуарҙар һанының артыуы – иҡтисадты үҫтереү буйынса дөйөм эшебеҙҙең иң мөһим күрһәткесе.
Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы:
– Мәскәүҙең “Сколково” фондының идара итеү мәктәбе Рәсәй муниципалитеттарында халыҡ-ара энергоменеджмент проектын тормошҡа ашыра. Һайлап алыу барышында Нефтекама ҡалаһы ла Мәскәү өлкәһенең Духовцы ҡалаһы менән бергә пилот муниципалитеты итеп алынды. Беҙ һайлап алыу буйынса ике этапты ла уңышлы үттек. Был эштең маҡсаты: урындағы етәкселәргә бинаға идара итеү ресурстары, транспорт, урамдарҙы яҡтыртыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә энергетика буйынса менеджмент һабаҡтары биреү. Беҙҙә 80-дән ашыу учреждение бар, һәм был проект улар өсөн бик файҙалы буласаҡ.
Беҙ үҙебеҙ ҡулланған электр һәм йылылыҡ энергияһын Рәсәй һәм Германия буйынса күрһәткестәр менән сағыштырабыҙ. Асыҡланыуынса, биналарҙың 45 процентында йылылыҡ энергияһын тотоноу Рәсәй буйынса норматив күрһәткестәрҙән 60 процентҡа күберәк. Тимәк, һаҡсыллыҡҡа өйрәнәһе бар әле. Әлеге мәлдә энергияны һаҡсыл тотонған предприятиеларҙың тәжрибәһе өйрәнелә, етәкселәрҙе был эшкә дәртләндереү өсөн уларға эш хаҡы түләү буйынса положениеға үҙгәрештәр индерелә.