Иҡтисад
22 Января 2020, 15:50

Бал ҡорто яҡлауға мохтаж

Ағыуланыу осраҡтарының күбеһе - рапс баҫыуҙарында.

21 ғинуарҙа Рәсәй Федерация Советының Аграр аҙыҡ түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында Башҡортостандан сенатор Ирек Ялалов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа әҙерләнгән “Пестицидтарҙың һәм агрохимикаттарҙың хәүефһеҙ әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондың 22-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон проектын күрһәткән.
Ундағы төп яңылыҡ – ауыл хужалығы предприятиелары халыҡты баҫыуҙарҙы эшкәртәсәге тураһында алдан иҫкәртергә тейеш. Ә был хаҡта, проектҡа ярашлы, "Россельхознадзор" хәбәр итергә бурыслы.
Бындай ҡарар былтыр йәй бал ҡорто күпләп һәләк булғандан һуң ҡабул ителгән. Умартасылыҡ буйынса федераль ғилми үҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2020 йылдың июль аҙағына тиклем Рәсәйҙең 25 төбәгендә 80 мең бал ҡорто күсе юҡҡа сыҡҡан. Шулай итеп, зыян күләме 2 миллиард һум тәшкил иткән. Нигеҙҙә, ағыуланыу осраҡтары рапс үҫкән баҫыуҙарҙа күҙәтелгән. Уларҙы миҙгелдә ете тапҡыр эшкәртәләр. Алдан күҙаллауҙар буйынса, 2025 йылға тиклем рапс үҫтерелгән баҫыуҙар майҙанының өс тапҡырға – 5 миллион гектарға тиклем артыуы ихтимал.
Башҡортостан өсөн бал – бренд. Төбәктә барыһы яҡынса 325 мең күс иҫәпләнә. Уларҙың баҫыуҙарҙы эшкәрткәндән һуң үлеүе Дәүләкән, Илеш, Бәләбәй, Мәләүез, Ғафури, Саҡмағош, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, айырыуса Стәрлетамаҡ райондарында теркәлгән.
2011 йылдан алып ташламаларҙың әйләнешенә, сифатына контроль юҡ. Йыш ҡына ҙур һәм бай булмаған предприятиелар сертификатһыҙ, осһоҙ пестицидтарҙы һатып ала, тип белдерә белгестәр.
Фото: Ялалов.РФ.
Читайте нас