Башҡортостанда 1 ғинуарҙан күп ҡатлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт хаҡы үҙгәрҙе: алты ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн ул квадрат метрына 6,9-ар, ә алты ҡаттан бейегерәк булғандарына 7,5-әр һум алына. Был тариф республика Хөкүмәтенең 2019 йылдың 24 декабрендәге 763-сө ҡарары менән билдәләнде.
Былтыр дөйөм майҙандың бер квадрат метры өсөн иң аҙ иғәнә айына 5,20 һум тәшкил итә ине, “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” фонды белдереүенсә, капиталь ремонт өсөн иғәнә ошо фонд ойошторолғандан алып бер ҡасан дә үҙгәрмәгән һәм ул әлеге хеҙмәт өсөн Рәсәйҙәге иң арзан хаҡтарҙың береһе булып тора. Әле Рәсәй буйынса уртаса иғәнә хаҡы– 9,8 һум.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2016 йылдың 26 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы, халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе өсөн түләүе ғаиләнең дөйөм килеменең 11 процентынан артыҡ булырға тейеш түгел. Быйыл 1 ғинуарҙан уның бер аҙ күтәрелеүе төҙөлөш материалдары һәм төҙөлөш эштәре хаҡының ҡиммәтләнә төшөүе менән аңлатыла.