Иҡтисад
24 Ғинуар 2020, 12:15

Закон нисек үтәлде?

Шулай итеп Башҡортостанда 1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем ҡеүәтле алкоголь һатыу кимәле 27 процентҡа кәмегән.

“РБК”-Өфө” баҫмаһы түңәрәк өҫтәл үткәреп, Яңы йыл каникулы осорондағы алкоголгә ҡаршы кампанияға йомғаҡтар яһаны. Унда власть органдары, депутаттар, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Шулай итеп Башҡортостанда 1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем ҡеүәтле алкоголь һатыу кимәле 27 процентҡа кәмегән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырыу мәғлүмәттәрен республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Илһам Бикбулатов килтерҙе. Хәтерегеҙҙә булһа, быйыл беренсе тапҡыр республикала 3 ғинуарҙа алкоголь бөтөнләй һатылманы, 4-нән 6 ғинуарға тиклем уны 10-дан 14 сәғәткә тиклем генә алырға була ине.
– Беҙ сикләү көндәрендә лә, уға тиклем дә һатыу кимәлендә үҙгәрештәр тойманыҡ. Алдан күп итеп, запас менән алыу ваҡыты үтте бит, – тине “Даско-Трейд” компанияһының генераль директоры Валерий Хәкимов. – Был эштең һөҙөмтәһен бер нисә йылдан һуң ғына баһалап булыр тип уйлайым.
Шул уҡ ваҡытта башҡа сауҙа нөктәләре һатыу кимәле үҫеүен билдәләй. Мәҫәлән, 3-нән 6 ғинуарға тиклем “Магнит” магазиндары селтәрендә артыу 14 процент тәшкил иткән.
– Алкоголь һатыу ваҡытын бер сәғәткә кәметеү тураһында һүҙ булған саҡта, күҙ уңында иҫерткес эсемлектәр һатыу күләме лә кәмер тип көтөлә ине. Тик кәмеү тәүге бер-ике аҙнала ғына күҙәтелде, – ти Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.
Уның фекеренсә, иң мөһиме баҙарҙа ҡатнашыусылар тигеҙ шарттарға ҡуйылырға һәм бөтәһе өсөн дә берҙәм конкурентлы мөхит булдырылырға тейеш.
– Яңы закон ыңғай социаль һөҙөмтә күрһәтте. Иҫеректәр ғәйебе менән булған енәйәттәр, бәхетһеҙ осраҡтар һаны кәмене, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов. – Апрелдә беҙ парламент тыңлауы үткәрәсәкбеҙ, унда был закондың йомғаҡтарына ҡарап, артабан алкоголь менән көрәш юлдарын уйлаясаҡбыҙ.
Был закон киләһе йылдарҙа ла ғәмәлдә буласаҡ. Шулай уҡ Һуңғы ҡыңғырау, Белем көнө, Йәштәр көнө, һабантуйҙар үткән көндәрҙә лә иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.
– Бизнес өсөн был саралар популяр түгел, әлбиттә, – тине эшҡыуар, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин. – Алкоголь менән көрәшкән саҡта комплекслы эшләргә, сауҙаны ғына түгел, уны етештереүҙе лә кәметергә кәрәк. Ә иң мөһиме тәрбиә сараларын күрергә, яңы эш урындары булдырырға кәрәк.
Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 1413 лицензиат һәм 5387 алкоголь тауарҙары һатыу нөктәһе бар. Сикләү көндәрендә 133 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Вәкәләтле кешеләр өсөн штраф - 20 меңдән 40 мең һумғаса, ойошмалар өсөн 100 мең һумдан 300 мең һумғаса тәшкил итә.
Былтыр алкоголь тауарҙарына акциз түләүҙән төбәк бюджетына ингән килем 11 миллиард һумдан ашҡан. Уның 3,8 миллиард һумы - спирты туғыҙ проценттан ҡеүәтлерәк эсемлек өсөн һәм 7,3 миллиард һумы һыра өлөшөнә тура килә. Акциздар республика бюджетның иң килемле биш сығанағы иҫәбенә инә.
Фото: РБК-Өфө.
Читайте нас