Иҡтисад
27 Января 2020, 14:00

Күрше төбәктәрҙән алырға кәрәкмәй

Былтыр дәүләт һәм муниципаль ихтыяж өсөн дәүләт һатып алыуы күләме 10 процентҡа артҡан, был аҡсалата иҫәпләгәндә 12 миллиард һум тәшкил итә.

Бөгөнгө Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә дәүләт һатып алыуҙары тураһында ла һүҙ булды. Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов уҙған йылға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
Шулай итеп былтыр дәүләт һәм муниципаль ихтыяж өсөн дәүләт һатып алыуы күләме 10 процентҡа артҡан, был аҡсалата иҫәпләгәндә 12 миллиард һум тәшкил итә. Килешеүҙәрҙең 34 проценты бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлөшөнә тура килә. 2018 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес тә 10 процентҡа үҫкән.
– Был - бик мөһим күрһәткес, – тине был турала Радий Хәбиров. – Был – бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына тура ярҙам тигән һүҙ. Республика буйлап эш сәфәрендә йөрөгән саҡта һәр ваҡыт махсус рәүештә теге йәки был тауарҙы ҡайҙан һатып алыуҙары менән ҡыҙыҡһынам. “Күрше төбәктән алдыҡ” тиһәләр, аптырайым, әйтерһең беҙҙә ишек йә панелдәр юҡ. Беҙ бит күп төҙөйбөҙ, бындай дәүләт һатып алыуҙары республика эсендә барһа, эшҡыуарҙар өсөн бик һәйбәт булыр ине.
Радий Хәбиров белдереүенсә, конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты махсус рәүештә булдырылды. Уның төп бурысы сауҙалашыу үткәреүҙә түгел, ә бергә туплап торған орган булараҡ муниципалитеттарға дәүләт һатып алыуында методик ярҙам күрһәтеүҙә.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас