Иҡтисад
27 Января 2020, 09:25

Һөт кухнялары күбәйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышын да хәстәрләргә һәм Мәсәғүттә лә һөт кухняһы булдырырға ҡушты.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостанда һөт кухняларының эшмәкәрлеге тикшерелде.
Республикала уларҙы булдырыу өсөн 183,96 миллион һум аҡса тотонолған. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет һәм Октябрьский ҡалаларында дүрт етештереү үҙәге булдырылған, уларҙа 84 таратыу пункты эшләй. Һөт урындағы етештереүселәрҙән һатып алына. Дөйөм алғанда тәүлегенә 20 тонна һөт эшкәртелә, 120 яңы эш урыны будырылған.
Был эш республикала былтыр июлдә, тәүгеһен Стәрлетамаҡта асыу менән башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың һаны ла, етештерелгән тауары ла артты. Июлдән декабргә тиклем 242 тонна һөт эшкәртелгән һәм 1,2 миллион порция тауар сығарылған. Иң тәүге план буйынса 3200 бала күҙ уңында тотолһа, 6461 бала тауар менән тәьмин ителгән. Шуныһы ҡыуаныслы, улар мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы рационына ла индерелгән.
Һөт ризыҡтары бөтә республика буйынса 68 сауҙа нөктәһендә һатыла. Хәҙер февралдә сираттағы һөт кухняһы Сибайҙа асыласаҡ. Дөйөм алғанда республика буйлап ете етештереү үҙәге эшләйәсәк. Киләсәктә Иглинда бер пункт асыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышын да хәстәрләргә һәм Мәсәғүттә лә һөт кухняһа булдырырға ҡушты.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас