Иҡтисад
28 Января 2020, 15:00

Эшҡыуарлыҡҡа бушлай өйрәтәсәктәр

Үҙ эшен асырға теләгән һәр кем был курстарға уҡырға килә ала.

Үҙ эшен асырға теләгән һәр кем был курстарға уҡырға килә ала.
10 – 21 февралдә Өфөлә эшҡыуарлыҡ буйынса сираттағы бушлай уҡыуҙар ойоштороласаҡ, кәңәштәр биреләсәк. Уларҙың маҡсаты – үҙ эшен алып барыусыларға был тармаҡтың төп нескәлектәрен күрһәтеү. Сарала ҡатнашыусылар менеджмент нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, һалым хаҡында беләсәк. Хаҡлы ялдағылар ҙа, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, барыһы ла был курстарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Уҡыуҙарҙы Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уның үҫеше фонды ойоштора. Курстар Ибраһимов бульвары урамындағы 47/1-се йортта урынлашҡан Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге бинаһында үтәсәк. 8 (347) 251-14-83 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.
Фото: ubo.ru.
Читайте нас