Иҡтисад
28 Января 2020, 10:21

Профессор Хәсән ӘЗМӘТОВ: “Торбалар гүзәл зат кеүек – ипле мөнәсәбәтте ярата”

Торба үткәргестәр ер аҫты һәм ер өҫтөнән, һыу төптәренән, батҡаҡтарҙан, мәңге туң ятҡан урындарҙан, ҡомлоҡтарҙан, тау-таш араһынан үтә. Уларҙың төрлө шарттарҙа ла тотороҡло эшләүендә абруйлы милләттәшебеҙҙең өлөшөн әле баһалап та еткермәйбеҙ. Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, техник фәндәр докторы, профессор Хәсән Әхмәтзыя улы ӘЗМӘТОВ менән һөйләшеү ҡатмарлы фән донъяһы, техник процестар тирәһендә ҡайнар тип күҙаллағайныҡ, әммә ул тормошсан һәм фәлсәфәүи төҫ алды.

Магистраль нефть һәм газ үткәргес торбаларының оҙонлоғо буйынса Рәсәй бөгөн донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ул, дөйөм алғанда, 270 мең километр самаһы тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн, Ерҙән Айға тиклем ара – 380 мең километр тирәһе.


Магистраль газ һәм нефть торба үткәргестәрен илдең “ҡан тамыры” тип атаһаҡ, һис тә шаштырыу булмаҫ. Улар халыҡты һәм сәнәғәтте нефть, газ, энергия менән тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа дандары бөтөн донъяға таралған Төньяҡ ағым, Көнсығыш Себер – Тымыҡ океан, Себер ҡеүәте, Төркиә ағымы кеүек магистраль торба үткәргестәре проекттарының маҡсаты бер – илдең иҡтисади хәлен яҡшыртыу, абруйын нығытыу.


Торба үткәргестәр ер аҫты һәм ер өҫтөнән, һыу төптәренән, батҡаҡтарҙан, мәңге туң ятҡан урындарҙан, ҡомлоҡтарҙан, тау-таш араһынан үтә. Уларҙың төрлө шарттарҙа ла тотороҡло эшләүендә абруйлы милләттәшебеҙҙең өлөшөн әле баһалап та еткермәйбеҙ. Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, техник фәндәр докторы, профессор Хәсән Әхмәтзыя улы ӘЗМӘТОВ менән һөйләшеү ҡатмарлы фән донъяһы, техник процестар тирәһендә ҡайнар тип күҙаллағайныҡ, әммә ул тормошсан һәм фәлсәфәүи төҫ алды.



– Хәсән Әхмәтзыя улы, хеҙмәт­тәштәрегеҙ һеҙҙе “торбаны тере йән эйәһе кеүек күргән ғалим” тип атаны. Сәйер ҙә, ҡыҙыҡлы ла яңғырай.

– Һәр торба үткәргес норматив-техник документ талаптарына һәм ҡағиҙәләргә ярашлы проектлана. Мин Өфө дәүләт нефть техник институтында (хәҙер университет – авт.) уҡығанда Төҙөлөш нормалары һәм ҡа­ғиҙәләрендә (СНиП) торбаларҙың ер аҫтында шылыуы иҫәпкә алынмай ине. Тәүгеләрҙән булып шул күренешкә иғтибар иттем һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҙ­ҙым. 1977 йылда ғилми хеҙмәтемде Мәскәүгә диссертация советына ебәргәс, уны айырыуса оҙаҡ өйрәнделәр, яңы ҡараш тип ҡабул иттеләр.
Ер ҡатламындағы төрлө процестар арҡаһында торбалар бер урында ғына ятмай. Беҙҙең бурыс – проектлау ваҡытында шуны иҫтә тотоу һәм торбаларҙың шартлауын булдырмау. Хәрәкәт итеүҙән тыш, торбалар, “ҡартая”, “сирләй”. Аварияларҙы иҫкәртер өсөн белгестәр уларға диагностика үткәреп тора, “яралар”ын дауалай, ғүмерҙәрен оҙайтыу юлдарын уйлап сығара.

Техник йәһәттән был мәсьәләләр хәл ител­гән. Хәҙер йәш ғалимдар иғтибарын төнь­яҡҡа йүнәлтергә тейеш. Туң тупраҡҡа, батҡаҡҡа һалынған торбалар буйынса күп һорауҙар әле асыҡланып бөтмәгән. Мәҫәлән, туң ергә һалынған торбаны нисек нығы­тырға? Температураһы нолдән юғары булғас, торба туң тупраҡты иретә һәм шыуыша башлай бит. Ғөмүмән, нефть һәм газ торба үткәргестәре гүзәл зат кеүек – иғтибарҙы һәм ипле мөнәсәбәтте ярата.


– Һеҙ – 83 патент, 300 самаһы фәнни мәҡәлә, егермегә яҡын монография авторы, утыҙҙан ашыу норматив-техник документтың авторҙашы. Фән өлкәһендәге уңыштарығыҙҙың нигеҙе нимәлә икән?

– Минең бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш һәләттәрем юҡ. Бары тик атай-әсәйемдең “Бер нимәгә ҡарамай, эште еренә еткер!”, “Тормош ауырлыҡтарын үткәндә үҙ-үҙеңде йәлләмә” тигән аҡылына таянып йәшәйем.
Улар ун балаға ғүмер биргән. Хәтеремдә, мәктәптә бирелгән өйгә эштәрҙе ғаиләлә барыбыҙ ҙа бергәләп күңелле итеп эшләй инек. Беҙҙе мәжбүри уҡытманылар, үҙебеҙ теләп, яратып уҡыныҡ. Ун баланың барыһы ла илгә хеҙмәт итте, хөкүмәт наградаларына эйә булды. 1921 йылғы иң өлкән абзыйыбыҙ Әсхәт, илде дошмандан яҡлап, 1942 йылда фронтта вафат була. Зөфәрә апайым – Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре, мин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләндем.
Атайым Әхмәтзыя Нурлығаян улы “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Ғәрәп, рус телдә­рендә иркен аралаша ине. Ауыл муллаһы булған ул. Революция йылдарынан һуң юҡ бәлә менән ҡулға алалар. Йыл ярымдан ниндәйҙер мөғжизә менән кире ҡайтаралар. “Мине Сталин ҡотҡарҙы”, – тип һөйләй тор­ғайны. Ҡайтҡас, атайым колхозда эшләне.
Бер ваҡиға иҫкә төшә. Йәй. Ихатала күмәк халыҡ йыйылған, дини байрамды үткәрәләр. Әхмәтзыя мулла алып бара был сараны. Бер аҙҙан был хаҡта колхоз рәйесе белеп ҡала. “Ҡыҙыу эш ваҡытында ниндәй байрам был?!” – тип шәп-шәп аҙымдар менән халыҡ эргәһенә килә. Әхмәтзыя мулла рәйесте күреп ҡала ла: “Хәҙер, йомғаҡлап, юлбаш­сыбыҙ Сталинға таҙалыҡ теләп доға ҡылайыҡ, – доға ҡылғас, – ә хәҙер, йәмәғәт, барыбыҙ ҙа эшкә тотонайыҡ”, – ти. Колхоз рәйесе, был эште күреп һәм ишетеп, үҙ эше менән китә.
Атайымды барыһы ла хөрмәт итте. Һуңғы юлға оҙатҡан саҡта эргә-тирәләге ауыл­дарҙан бик күп кеше йыйылды, урам тулды. Уны зыяратҡа, башҡалар кеүек ат арбаһына һалып түгел, күтәреп алып барҙылар.
1955 – 1956 йылдарҙа Илеш районы яҡтарында нефть эҙләү эштәре башланды. Нефтселәргә эш хаҡын күп түләйҙәр, тип әйтә торғайнылар, шуға мәктәптән һуң күптәр нефть техникумына уҡырға инергә тырышты. Мин дә шул тулҡынға эләктем. 1957 йылда техникумға уҡырға индем, 1960 йылда диплом алдым һәм 1 апрелдә Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында урын­лашҡан Шкапов газ эшкәртеү заводында хеҙмәт юлымды башланым.
Ысынлап та, һәйбәт түләгәндәрҙер инде. Тәүге эш хаҡымды алғас, конвертҡа 100 һум һалып өйгә ебәрҙем. Атай менән әсәй яңы йорт ҡалҡыта башлағайны, күтәреп ултыртыр өсөн бер бүрәнә етмәгән. Бүрәнә 100 һум тора ине. “Ҡайҙан аҡса табырға?” тип йөрөгән мәлдәрендә минең баяғы хат килеп төшкән. “Әллә Хәсән беҙҙе күреп тора инде?” тип көлөштөк”, – тип һөйләй торғайны әсәйем.
Шул уҡ йылда Өфө дәүләт нефть техник институтында белем алыуҙы дауам итергә булдым. Имтихан тапшырып, завод ятағына ҡайтһам, карауатта хәрби комиссариатҡа саҡырыу ҡағыҙы ята.
Техникум тамамлағанға күрә, ракета ғәскәрҙәрендә кабинетта ғына ултырып хеҙмәт итә ала инем. Шулай ҙа ҡатмарлыраҡ юлды һайланым – танк ғәскәрҙәренә барҙым. Уҡыуҙы ҡалдырып килеүен-килгәс, физик һәм рухи яҡтан сынығырға кәрәк, тип уйланым. Хәрби уҡыуҙан һуң Германияға алындым. Унда һуғыштан һуңғы көсөргәнеш һаҡлана ине әле – Берлин стенаһы төҙөлгән, Кариб ваҡиғалары ҡыҙған ваҡыт. Шуға ла ҡалаға сыҡҡан саҡта үҙебеҙ менән һәр саҡ автомат йөрөттөк. Танк экипажы командиры булып хеҙмәт иттем, лейтенант званиеһын алып ҡайттым. Һәр ир-ат Ватан алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Армия ваҡыттың ҡәҙерен белергә, яуаплылыҡҡа өйрәтә.
Ҡайтыу менән институтта уҡыуымды тергеҙҙем, химия заводына эшкә урынлаштым. Сит илдән алынған ҡорамалдарҙы үҙебеҙҙекеләр менән ялғау буйынса мастер булып эшләнем. Шул йылдарҙа тәүге патенттарым барлыҡҡа килде. Көндөҙ эш­ләнем, кис уҡыным. Алты йыл уҡыу дәүерендә бер дәресте лә ҡалдырманым. Өлкән курстарҙа яңы асылған Бөтә Рәсәй нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм транспортлау буйынса ғилми-тикшеренеү институтына (хәҙер – Энергия ресурстары транспорты мәсьәләләре институты (ИПТЭР) күстем. Унда авария осраҡтарын тикшерҙем, торбаларҙың ныҡлығын арттырыу өҫтөндә эшләнем.
Бер нисә йыл элек, тикшереү институты тарҡалғас, Өфө дәүләт нефть техник университетында профессор вазифаһында студенттарҙы уҡыта башланым. Теләгем – ғүмер буйы йыйылған белемемде, тәжрибәмде йәштәргә биреп ҡалдырыу. Белемем үҙем менән бергә китеп барһа, бик ҡыҙғаныс буласаҡ. “Миңә консультацияға килегеҙ, шылтыратығыҙ”, – тип гел саҡырам йәштәрҙе. Араларында тырыштар күп.
Ғөмүмән, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшер өсөн ир-атҡа ихтыяр көсө, дисциплина кәрәк. Тағы ла ул киләсәккә, мәҫәлән, алдағы биш йылға аныҡ маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырға тейеш. Минең һәр ваҡыт алдағы йылдарға маҡсатым булды, әле лә бар.

Ир-атҡа шулай уҡ һәр ваҡыт, һәр ерҙә әүҙем булыу мөһим. Тормоштағы ваҡи­ғаларға ҡарата үҙ фекереңде булдырырға һәм уны белдереп барырға кәрәк.


– Ир-егет, һеҙҙеңсә, тағы ниндәй булырға тейеш?

– Беренсенән, етмеш төрлө һөнәр белергә, эшһеҙ ятмаҫҡа тейеш. Ҡар көрәү, соҡор ҡаҙыу, йөк ташыу бер ҙә оят түгел, эшләргә теләмәү оят. Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итергә тейеш. Ҡайһы берҙә гүзәл зат, үҙе лә аңламаҫтан, эш боҙоп ҡуя. Хоҙай уларҙы шундай итеп яралтҡан. Шул саҡта көслө зат уны кисерергә тейеш. Өсөнсөнән, ир-егеткә ваҡытында өйләнергә һәм ғаиләһенең ысын хужаһы булырға кәрәк.


– Техникум, армия, институт, аспирантура, докторантура – тормошоғоҙҙа ла, фәндәге кеүек, эҙмә-эҙлеклелек, теүәллек сағыла. План буйынса йәшәгәндә хаталарҙы, үкенестәрҙе урап үтеп буламы икән?

– Бер үкенесем бар – эш тип йөрөп, шәхси тормошома кәрәкле иғтибар бүлмә­гәнмен. Элек ата-әсәләр ҙә балаларына ғаилә ҡороу тураһында һөйләмәне, уңайһыҙ­ланды. Мин һуң өйләндем, 33 йәшемдә тәүге тапҡыр атай булдым. Иртәрәк ғаилә ҡорһам, балаларыбыҙ ҙа икәү түгел, күберәк булыр ине, тип уйлайым, сөнки күмәк балалы ғаиләләрҙе яратам.


– Хәҙер, киреһенсә, йәштәр утыҙҙан һуң ғаилә ҡорорға тырыша. Был ғәҙәти һанала.

– Юҡ, улай дөрөҫ түгел. Нәҫел яҡшы булһын өсөн ҡатын-ҡыҙ беренсе балаһын 21-23 йәшендә табырға тейеш. Элек кеше наҙан булған, шуға иртә өйләнешкән, ти улар. Борон халыҡ аҡылына һәм тәжрибәһенә таянып эш иткән.

Мәктәптәрҙә имтиханға ғына түгел, тор­мошҡа ла әҙерләһендәр ине. Юғиһә телевидение һәм интернет ҡайһы ваҡыт йәш бы­уындың рухи ҡиммәттәрен кире яҡҡа бороу өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, яңыраҡ бер те­летапшырыу бара. “Был кәләш бик тәж­рибәле, өс тапҡыр кейәүҙә булған”, – тип маҡтап ултыра алып барыусы. Ҡот осҡос! Бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймаған бын­дай хәбәрҙәрҙе телевидение аша һөй­ләүҙе тыйырға кәрәк. Тыйыу насар, тиҙәр. На­сар һүҙ һөйләп, йәштәрҙе боҙоу һәйбәтме ни?!


– Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Атай-әсәйҙең быуыны революцияны күргән, беҙ үҙгәртеп ҡороу заманына тура килдек. Илдәге революцион үҙгәрештәрҙән, тәү сиратта, ябай халыҡ зыян күрә. Беҙҙең ғүмерҙең күп өлөшө совет осоронда үтте, һөҙөмтәлә бер нәмәһеҙ тиерлек тороп ҡалдыҡ. Эшләп тапҡан аҡса юҡҡа сыҡты, йәш саҡтарҙа күп көс һалған предприятиелар ябылды.
Мин оҙаҡ йылдар эшләгән Энергия ресурстары транспорты мәсьәләләре институты торба үткәргес транспортына бәйле барлыҡ проблемаларҙы өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн ойошторолғайны. Алдынғы алымдарҙы ҡулланып эшләнек. Донъяла беренсе булып расчеттар буйынса документтар төҙөнөк, торбаларҙың ер аҫтында ҡуҙғалыуын асыҡланыҡ һәм өйрәндек. Америкалар сатнаған торбаларҙы тулыһынса алмаштырған саҡта беҙ уларҙы ышаныслы итеп ремонтлау ысулдарын уйлап сығарҙыҡ. Беҙ, институт ғалимдары, утыҙҙан ашыу норматив-техник документ төҙөнөк. Улар – торба үткәргестәр төҙөү буйынса аныҡ инструкция. Торба үткәргестәрҙе һаман да шул норматив-техник документтарға таянып төҙөйҙәр. Институт ғалимдары ғилми-техник йәһәттән торба үткәргестәрҙе аварияһыҙ эшләрлек итеп төҙөү юлдарын тапты. Иң мөһиме, туҙғандарын ваҡытында алыштырып торорға кәрәк. Аварияларға хәҙер “өсөнсө яҡ” – ер ҡатламындағы көтөлмәгән үҙгәрештәр, нефтте урлау кеүек ваҡиғалар ғына сәбәпсе була ала. Ошондай бай тарихлы, абруйлы институт дүрт йыл элек тарҡатылды. Унда мин 50 йыл эшләнем.
Йәш быуынға теләгем шул – революцион ваҡиғалар уларҙың өлөшөнә тура килмәһен.


– Техник фәндән йыраҡ торған кешегә торба – ул торба, иҫ китерлек бер нимәһе лә юҡ кеүек, һеҙ иһә уны алтмыш йылға яҡын өйрәнәһегеҙ...

– “Беҙгә тиклем барлыҡ темаларҙы өйрәнеп бөткәндәр инде”, – тип зарлана ҡайһы ваҡыт аспиранттар. Улай булыуы мөмкин түгел. Йыһандың сиге булмаған кеүек, фән дә сикһеҙ. Әгәр бөтә нәмәне лә өйрәнеп бөтһәк, тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай, йәшәү туҡтай тигән һүҙ.
– Нефть буйынса уҡымаһағыҙ, философ булыр инегеҙме икән?

– Философия – барлыҡ фәндәрҙең нигеҙе. Борон математика, физика, химия кеүек бер фән дә айырым өйрәнелмәгән, бары фәлсәфә булған. Уны һәр һөнәр эйәһе өйрәнергә тейеш, сөнки ул үҫешкә нигеҙ һала. Шул уҡ ваҡытта философияны ятлап өйрәнеп тә булмай, ул – уй сәнғәте, фекерләгәнде ярата.


– Ҡатынығыҙ Нәзирә Әвсәх ҡыҙы менән уртаҡ тормош ҡороуығыҙға илле йыл булып килә. Лайыҡлы балалар үҫтергәнһегеҙ. Хәким Хәсән улы Мәскәү физик техник институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты. Зөһрә Хәсән ҡыҙы Өфө дәүләт нефть техник уни­верситетының факультет деканы, техник фәндәр докторы. Бәхетле ғаилә тормошо сере менән уртаҡлашһағыҙ ине.

– Ир менән ҡатын бер-береһен иң яҡын дуҫы тип күрергә тейеш. Бала саҡтан бергә уйнаған дуҫтарҙы күрһәм, шатлыҡтан бар донъямды онотам. Ҡатынымды күргәндә лә шулай ҡыуанам. Әгәр бер-береһенә ҡарата ихтирам булмаһа, ир менән ҡатынды иң ҡайнар һөйөү ҙә бәхетле итә алмай.


– Хәсән Әхмәтзыя улы, әйткәндәй, Илеш районындағы һеҙ тыуып үҫкән Иләкшиҙе ауылы илебеҙгә тағы ла бер күренекле шәхесте – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевте бүләк иткән. Ҡаһармандың үҙен күреп һөйләшкәнегеҙ булдымы?

– Күп тапҡыр осраштыҡ, һөйләштек. Беҙ икебеҙ ҙә Әзмәт нәҫеленән. Муса абзыйға Гәрәй ҡартатаһының исемен фамилия итеп биргәндәр. Уларҙың өйө беҙҙекенә ҡапма-ҡаршы ғына ултырҙы. Бер туған Әсхәт абзыйым менән яҡын дуҫтар булған улар. Муса Гәрәев иҫтәлектәрендә абзыйым тураһында ла яҙған. Әсхәт абзыйым педагогия институтын тамамлағас та һуғышҡа китә һәм батырҙарса һәләк була. Үҙен хәтерләмәһәм дә, ул ҡуштырған исемде йөрөтәм. Әсхәт – иң ҙур, үткер абзыйыбыҙ, һәр ваҡыт беҙҙең өсөн үрнәк.
Муса абзый Иләкшиҙегә ҡайтҡан һайын беҙгә инеп сыға торғайны. Ул 250-гә яҡын хәрби осоу кисергән, әммә бер тапҡыр ҙа етди яраланмаған. Был Геройҙың тәрән белемле булыуы тураһында һөйләй. “Заданиеға осоп барған саҡта елдең ҡайһы яҡтан иҫеүенә, ерҙең рельефына иғтибар итеп, уңышлы ултырыу өсөн алдан план ҡора торғайным”, – тигәне хәтерҙә.


– 30-40 йылдан нефть бөтәсәк, ти ҡайһы бер ғалимдар. Бындай фараздар менән килешәһегеҙме?

– Нефть сикһеҙ түгел, әлбиттә, әммә ул бик күп. Беҙгә, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә иркенләп тотонорға етәсәк әле. Тағы ла күп яңы ятҡылыҡтар табыласаҡ. “Башҡортостанда нефть бөткән”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Юҡ, бөтмәгән. Башҡортостан ғалимдары әйткәнсә, һаҡсыл эш итһәләр, республикала нефть сығарыу дауам итәсәк.


– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Олоһона ла, кесеһенә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эштәрегеҙҙә уңыш, күңелле һәм өмөтлө тормош теләйем.

Читайте нас