Иҡтисад
28 Января 2020, 09:18

Уңғанлыҡҡа дәрт тә ҡушылғас...

Себерҙән ҡайтҡандар фермаға эшкә килә.

Йылдың һәр миҙгеле ауыл хужалығы эшсәндәренән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Мәҫәлән, йәйен етерлек күләмдә аҙыҡ запасы туплап ҡалмаһаң, малды уңышлы ҡышлатыуға, мул, сифатлы һөт алыуға өмөт итеүе ауыр. Йәнә республика Башлығының “сентябрь” указында ҡуйылған программалар һәм бурыстарға ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда һөт етештереүҙе йылына 1,2 миллион тоннаға, ә 2030 йылға 1,5 миллион тоннаға еткереү күҙаллана.


Башҡортостан һөт етештереү буйынса илдә, бары Татарстандан ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй. “Һөт иле- 2019” фестивалендә был юҫыҡта республика Башлығы Радий Хәбиров аныҡ маҡсаттар ҡуйып: “Беҙҙең команда етди эшләргә ниәт тота, һәм беҙ икенсе урында туҡтап ҡалырға теләмәйбеҙ. Был ауыр мәсьәлә, әммә яныңда ярышырҙай кешеләр булғанда, яҡшы күренеш. Шуға ла беҙ беренсе урынға сығырға тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар”, – тигәйне.

Бөгөн республикала алға ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырыу өсөн ҙур эштәр башҡарыла, заманса малсылыҡ комплекстары төҙөлә, то­ҡомло малдар алына. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа һа­уын һыйырҙарынан быҙауҙар алып, һау-сә­ләмәт йәш малдар үҫтереүгә ҙур әһәмиәт би­ре­лә. “Герой” ауыл хужалығы кооперативы уң­ған­дарының эшен бүтәндәргә өлгө итеп ҡуялар.


Баш зоотехник Марат Мофаззалов әйте­үен­сә, бөгөн хужалыҡтың Тайнаш, Әхмәт, Балаҡ, Ҡаран ауылдарындағы бригадаларында бөтәһе 3300 баш һыйыр малы иҫәпләнһә, шуның 1260-ы – һауын һыйыры. Хужалыҡты артабан үҫте­реү, киңәйтеү өсөн дә бында ең һыҙғанып эшләйҙәр. Балаҡта, Тайнашта заманса силос со­ҡоро, иген келәте төҙөлгән. Ауыл осонда бер нисә егеттең оҙон торбаларҙы иретеп йәбеш­те­реүенә иғтибар итеүебеҙгә Марат Мирхәҙи улы:

– Тағы ла бер ферма төҙөргә уйлайбыҙ, әле егеттәр шул эш менән мәшғүл, – тип яуапланы.


Былтырғы йәй ҡатмарлы килеү сәбәпле, аҙыҡ-түлек запасы элекке йылдарҙағы кеүек үтә күп булмаһа ла, мал ҡышлатыу хәүеф тыуҙырмай, силос, сенаж, бесән етерлек күләмдә тупланған. Был яҡтарҙа буш ятҡан баҫыуҙар, сабылмаған бесәнлектәр ҡалмай. Билдәле, иген, ашлыҡ мул булғас, ҡатнаш аҙыҡҡа, фуражға ҡытлыҡ юҡ. Хужалыҡ уңғандары барлыҡ мөмкинлекте уңайлы файҙаланып ҡалырға тырышҡан, тап шуға ла уларҙың күңеле тыныс.
Мал ҡышлатыу уңышлы бара. Мал ҡараусылар ҙа, һауынсылар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарағас, күрһәткестәр ҙә юғары. “Герой”ҙың һөтө иң юғары һаналған евросорт менән ҡабул ителә. Һауынсылар Рәмилә Ситдиҡова, Рәзилә Муллағолова, Гөлнара Ғәликәева, Зөлфиә Хәмәҙиева, Гөлназ Шәрифуллинаны, мал ҡараусылар Нәсим Солтанов, Айнур Гәрәевте маҡтап телгә алды баш зоотехник. Тейешле талаптарҙы үтәп, мал аҙығын төрләндереп биргәс, күрһәткестәр ҙә һәйбәт. Хужалыҡтан көн дә 32 тонна аҡ Бәләбәй һөт заводына оҙатыла. Бөгөн бары тейешле сифат менән генә заман менән бергә атларға, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Һауыу залдары тулыһынса компьютерлаш­тырыл­ған.
– Заман алға бара, технологиялар үҫешә. Ғәҙәттә, беҙ һауынсыны ябай ауыл эшсәне итеп күҙ алдына килтерһәк тә, киләсәктә етди бурыс­тар тора. Мәҫәлән, һауынсыларҙан юғары белем талап ителеүе мөмкин.
Хеҙмәт шарттары ла, эш хаҡы ла һәйбәт булғас, хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефе көр. Уртаса эш хаҡы 35 мең һум тәшкил итә.

Марат Мирхәҙи улы әйтеүенсә, Себер тарафтарына оҙон аҡса артынан киткәндәр ҙә ауылға ҡайтып фермаға эшкә урынлаша. Эйе, тыуған төбәгендә, ғаиләң янында йәшәүгә ни етә!


“Быҙауҙарҙың сәләмәтлеге яҡшы тәрбиәгә бәйле”


Малсылыҡтың киләсәге сәләмәт быҙауҙар булыуын бында яҡшы аңлайҙар. Ҡураларҙың йылы, таҙа­лығы менән бергә быҙау ҡараусылар­ҙың яғымлы ҡарашлы, татлы һүҙле булыуы ла шарт. Шул саҡта ғына уларҙың көр, ныҡлы, ауырыуҙарға бирешмәй үҫәсәгенә ышаныс бар. Тап шуға ла был бурысты иң намыҫлы эшселәргә ышанып тапшырғандар.
Марат Мирхәҙи улы Тайнаш бригадаһында ошондай гүзәл заттар – Лиана Рәхимова һәм Нәсимә Мөлөкова менән таныштырҙы беҙҙе.
– Быҙауҙарҙың сәләмәтлеге яҡшы тәрбиәгә бәйле, – ти ул. – Уларҙы бала ҡараған кеүек наҙлап, тәрбиәләп үҫтермәһәң, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел.
Ҡыҙҙар икеһе лә хәҙер шаҡтай йылдар был эштә яҡшы тәжрибә туплаған. Быҙауҙарға бигерәк тә тәүге көндәрҙә етди тәрбиә кәрәк, сөнки йәш мал ауырыуҙарға бирешеп барыусан.
Лилиә ошо Тайнаш ауылында тыуған. Әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләгәс, мал эше яҡшы таныш ҡыҙға. Әсәһенә ярҙамлашып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, ҡалаға китеүҙе башына ла килтермәй. Тәүҙә һыйырҙар һауһа, бер аҙҙан быҙау ҡарауға күсә. Бөгөн уның төркөмөндә – 80 быҙау.
– Быҙауҙарҙы тыуғас та беҙгә алып киләләр, – тип ихлас һөйләй үҙ “бәпес”тәре хаҡында Лилиә. – Уларҙы ошо бүлмәлә киптереп, имергә, ашарға өйрәтәбеҙ. Бер ай буйы өс тапҡыр имеҙһәк, һуңынан ике тапҡырға күсәбеҙ. Өс айҙан һуң икенсе төркөмгә тапшырабыҙ. Ошо арауыҡта һәр береһенең холҡон өйрәнеп, үҙҙәренә күнегеп бөткәнлектән, хатта айырылышыу ҡыйын да булып тора.
– Быҙауҙар ҙа хас балалар кеүек, иркәләгәнде, наҙлағанды ярата, – тип һүҙгә ҡушыла үҙ төркөмөндә 90 быҙау тәрбиәләгән Нәсимә Мөлөкова. – Хатта өйгә ҡайтып киткәс тә уларҙы уйлайбыҙ. Иртән ашығып киләбеҙ.
Шуныһын әйтергә кәрәк: тәү ҡарауға ябай ғына күренһә лә, бөтә кеше лә был эште башҡара алмай. Йәш мал да, балалар кеүек үк, бәләкәй саҡта тәрбиә ярата. Мәҫәлән, ҡыҙҙар таңғы дүртенсе яртыла уҡ быҙауҙар янына килеп етергә тейеш. Аҙыҡ әҙерләп, бер аҙ иркәләп, һөйләшеп, сәғәт дүрттә туҡландыра башлайҙар.
Эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Быҙауҙарҙың артымына ҡарап инде, – тип йылмая Нәсимә. – Илле меңгә етә.
Хужалыҡта уңғандарға шифа­хана­ларға арзанға юлламалар ҙа бирелә. Тик бына ҡыҙҙар ғына ял итергә ашыҡмай икән.

– Быҙауҙарҙы ташлап китеүе йәл. Беҙ – уларға, улар беҙгә ныҡ өйрәнгәнбеҙ. Безәүкәйҙәр беҙҙе тауыштан, кейемдән таный. Уларҙы ҡалдырып китһәк, сәләмәтлегенә зарар киләсәк,– ти улар.
Ошондай уңған, хәстәрлекле ҡыҙҙар барында, быҙауҙарҙың сәләмәт һыйыр булып үҫәсәгенә шик юҡ.


Саҡмағош районы.



Читайте нас