Иҡтисад
31 Января 2020, 06:48

115 фермер ярҙам алды

Әйткәндәй, былтыр конкурсҡа бөтәһе 289 ғариза тапшырылған. Дәғүәселәрҙең бер ни тиклем өлөшө һайлап алыу башланғанға тиклем үк төшөп ҡалған. Бары 115 кеше тейешле балл йыйып, еңеүсе тип билдәләнгән.

Әйткәндәй, былтыр конкурсҡа бөтәһе 289 ғариза тапшырылған. Дәғүәселәрҙең бер ни тиклем өлөшө һайлап алыу башланғанға тиклем үк төшөп ҡалған. Бары 115 кеше тейешле балл йыйып, еңеүсе тип билдәләнгән.


Аҡса “Фермерҙарға ярҙам системалары булдырыу һәм ауыл коопе­рацияһы үҫеше” төбәк проектына ярашлы бүленә.


– Комиссия тура эфирҙа эшләне. Һайлап алыуҙың онлайн-трансля­цияһы республика Ауыл хужалығы министрлығының “You-Tube” видео­хостин­гындағы каналы аша барҙы. Үҙенең фермер проектын дөрөҫ тәҡдим иткәндәр еңде, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.


Фото: stav-ikc.ru
Читайте нас