Ҡыш – ауыл хужалығы өсөн иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе, сөнки мал ҡышлатыу миҙгелен ойошҡанлыҡ менән атҡарыу, яңы тыуған быҙауҡайҙарҙы имен-һау үҫтереү, һөт һауыуҙы кәметмәү, яҙға имен аяҡ баҫыу – һәр хужалыҡтың төп бурысы. Быларға өҫтәп, мал һанын кәметмәү маҡсаты ла ҡуйылған.
Әбйәлил районы хужалыҡтарында мал ҡышлатыу осоро ойошҡан рәүештә бара. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов та мал ҡышлатыу барышынан ҡәнәғәт.
– Әлегә көндәлек уртаса һауым 14-әр литр тәшкил итә, “Красная Башкирия” хужалығында был күрһәткес 25-кә етә. Һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланды, тимәк, һөт етештереү ҙә артасаҡ тигән һүҙ. Мал аҙығы етәрлек, тик шәхси хужалыҡтарҙа ғына бесәндең аҙ булыуы бер ни тиклем хафаландыра. Былтыр ҡоролоҡ сәбәпле күп ауыл биләмәләрендә сабынлыҡтарҙа бесән үҫмәне. Ситтән мал аҙығын бик ҡыйбатҡа килтерәләр, ҡайһы бер ауыл кешеһенең уны һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – булған мал һанын кәметмәй, имен-һау ҡыш сығыу, – ти Ғәлим Наил улы.
Районда малсылыҡ тармағында табышлы эшләгән эшҡыуарҙар етәрлек. Шундайҙарҙың береһе – Амангилде ауылы фермеры Тимербулат Рәхмәтов. Райондың баш зоотехнигы Шайморат Нәбиуллин менән ул етәкселек иткән фермаға барып, хужалыҡтың эшен ҡараныҡ.
“Т. Рәхмәтов” крәҫтиән (фермер) хужалығы районда малсылыҡ тармағында тотороҡло эшләгән, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәрҙән һанала. 2012 йылда үҙ шөғөлөн асҡан эшҡыуар бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тора. Әйткәндәй, Тимербулат Нәби улының хужалығы фәҡәт һөт етештереү буйынса махсуслашҡан. 2018 йылда фермер “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы сиктәрендә 10 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән.
Бөгөн уның ғаилә-һөтсөлөк фермаһында 80-гә яҡын һыйыр малы аҫрала, шуның 71-е – һауын һыйыры, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Фермер йыл һайын мал һанын арттырыуҙы төп маҡсат итеп алған, һауын көтөүен тоҡомло мал менән яңыртыу маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Фермер дәүләт ярҙамы алғас, ҡара-ала тоҡомло һыйыр көтөүен ҡара-сыбар тоҡомло таналар менән тулыландырған.
Һуңғы йылда Тимербулат Рәхмәтов, Магнитогорск ҡалаһында сауҙа нөктәләре булдырып, көндәлек һөттө шунда һатыуҙы ойошторған. Бер килограмын 40 һумға тәҡдим ителгән сифатлы ризыҡҡа ҡала халҡында ихтыяж ҙур. Бөгөн көнөнә яҡынса 600 килограмм һөт һауыла, шуның яртыһы быҙауҙарҙы имеҙеүгә тотонола, ҡалғаны һатыла.
Эшҡыуар биш кешегә эш урыны булдырған. Тәүге көндәрҙән алып һауынсылар Гөлсөм Ямалова менән Зөлҡәғиҙә Камалова, мал ҡараусы Илфат Вәлиев үҙ эшен намыҫлы башҡара. Фермерҙың улы Арыҫлан да атаһының уң ҡулы.
Йылдың ауыр килеүе эшҡыуарҙың да бәкәленә һуҡҡан, мал аҙығы наҡыҫ. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәс, иген үҫтермәйенсә лә булмай. Һаламы ла, фуражы ла кәрәк. Тик иген хаҡы бик арзан булыуы, уны һаҡларға мөмкинлек булмауы йыл һайын “баш сире”нә әйләнә. Үткән йыл игенде Әлмөхәмәт элеваторы алһа, көҙ үҫтерелгән уңышты һатып алыусы табылмаған. Хәҙер күптәр техник культураларға өҫтөнлөк бирә, уларҙы һатыуы ла еңелерәк, хаҡы ла юғары, тик мал көткән кешеләргә ул отошло түгел. Ауыл эшсәндәрен борсоған тағы ла бер мәсьәлә бар – үҙҙәре үҫтергән малдың итен һатыу ҙа ауырға төшә.
Районда ит етештереү буйынса бер предприятие ла юҡ, халыҡ һатып алып бармай, үҙҙәренеке етәрлек. Шунлыҡтан йылдар буйы көткән малды арзанға оҙатырға тура килә.
– Хәҙер “Красная Башкирия” хужалығынан мал аҙығы ташыйбыҙ, ситтән малдар өсөн жом һатып алабыҙ. Минең сабынлыҡ ерҙәрем бынан 120 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шунса саҡрымдан бесән ташырға тура килә. Транспорт өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары ла байтаҡ сығым талап итә, барыһы ла аҡсаға барып тоташа. Шулай ҙа бирешергә иҫәп юҡ, көндәр әлегә йылы тора, тик май айында һыйырҙарға бесән ашатырға тура килмәһә инде, – тип йылмая Тимербулат Нәби улы.
Хужалыҡта шулай уҡ тоҡомсолоҡто яҡшыртыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла, малды яһалма ҡасырыу, зоотехния-селекция эше яҡшы ҡуйылған.