Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Йылым ауылы “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының район этабы конкурсында еңеүсе булды. Әле улар республика бәйгеһенә ең һыҙғанып әҙерләнә, сәләмәт тормош өсөн төрлө яҡлы көрәш алып бара.
Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Йылымда райондың йәш эшҡыуарҙары “Армантур” стратегик сессияһына йыйылды.
Сараның тәүге өлөшөндә "Арман" ял базаһына экскурсия ойошторолдо. Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан был майҙансыҡ менән уның хужаһы, эшҡыуар Руслан Абдуллин (һүрәттә) таныштырҙы. Ял итергә теләүселәргә базала ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырылған. "Арман"ды Баймаҡта ғына түгел, күрше өлкәләрҙә, Өфө, Мәскәү ҡалаларында ла яҡшы беләләр.
Артабан эшҡыуарҙарҙың йыйыны Йылымда дауам итте. Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова белдереүенсә, сара бик юғары кимәлдә үткән. Уның эшендә район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, "Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков, Йомаш, Ярат, Беренсе Этҡол, Ишмырҙа һәм башҡа ауыл биләмәләре башлыҡтары, үҙ эшен асҡан һәм асырға теләгән йүнселдәр ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарҙы ауылдың "Талир тәңкә" ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле дәртле таҡмаҡтары һәм үҙҙәре әҙерләгән милли ризыҡтар менән ҡаршы алған.
"Түңәрәк өҫтәл"дә эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, дәүләт ярҙамы саралары, бизнес-план төҙөү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булған, йәштәргә үҙ эшен асыу йәһәтенән кәңәштәр бирелгән.
Кәсепкә яңы тотонғандар өсөн “Йәш эшҡыуар" практикум-майҙансығы ойошторолған. 2019 йылда "Агростартап" программаһына инеп, үҙ эшен башлаған Бөрйәнйылға ауылы егете Сәлимйән Үлйәбаев үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан. Крепостной Йылайыр ауылынан ипотерапия йүнәлеше буйынса клуб асҡан Степан Деевтың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды.
Сарала уҡыусылар өсөн дә махсус сессия эшләгән. Унда Буранбай мәктәбенән Вилиә Ҡотоева һәм Яраттан Рәйсә Мырҙабулатова этно- һәм экологик туризмды үҫтереү, халҡыбыҙҙың милли кәсептәрен заман кимәленә күтәреү буйынса фәнни-тикшеренеү эштәрен тәҡдим иткән.
Бер һүҙ менән әйткәндә, йылымдар республика бәйгеһендә еңеү яулау өсөн бар яҡлап тырыша. Шулай уҡ ауылдың инициатив төркөмө тарафынан сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өндәгән сувенирҙар сығарыла башланы. Уларҙың барыһы ла “Йылым” логотибы менән эшләнә.