Иҡтисад
3 Февраля 2020, 16:45

Умартасылар Өфөгә йыйыла

8 февралдә баш ҡалала ҙур съезд көтөлә.

8 февралдә Өфөлә умартасыларҙың II съезы үтә. Уны республиканың Ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостан умартасылары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Рәсәй умартасылары ассоциацияһы вәкилдәре, эксперттар, ғалимдар, умартасылар ҡатнашасаҡ.
Съезда тармаҡ өсөн мөһим булған барлыҡ проблемаларҙы ҡарау планлаштырыла. 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына әҙерлек барышы тураһында һүҙ буласаҡ. Шулай уҡ төбәктә тармаҡҡа ярҙам итеү өсөн бөгөн эшләп килгән программаларҙы ҡарау көтөлә. Съезда ҡатнашҡандар Ауыл хужалығы, Урман хужалығы, "Россельхознадзор" һәм ветеринария буйынса идаралыҡ вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлеге ала, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап таба аласаҡ.
Фото: pressaufa.ru
Читайте нас