Иҡтисад
4 Февраля 2020, 07:09

Был ун төбәк башҡаларҙы ҡыуып етәсәк

Рәсәйҙең былтырғы иҡтисади үҫешен нисек баһаларға?

“Үҫештә артта ҡалған ун иң ауыр төбәкте илебеҙ Хөкүмәте айырым контролгә алды, бының өсөн яуаплы министрҙар һәм башҡа етәкселәр билдәләнде, беҙ ошо депрессив төбәктәрҙе алға сығарып була икәнен мотлаҡ күрһәтергә бурыслыбыҙ”, – Рәсәй Федерация Советында яңы йыл башланыр алдынан ғына үткәрелгән “Асыҡ диалог” Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың ошо һүҙҙәре менән башланып китте. Илдең былтырғы иҡтисади үҫешенә ниндәй баһа бирергә мөмкин? Әлбиттә, тулы һәм анығыраҡ йомғаҡлау әлегә юҡ, сөнки йыл саҡ тамамланған. Башҡортостан буйынса тулы һөҙөмтәләр ҙә һуңыраҡ билдәле буласаҡ, шуға күрә һүҙ Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткестәр тураһында барасаҡ.



“Бындай осрашыуҙар – файҙалы күренеш”


Әлеге “Асыҡ диалог”та Валентина Ивановнаның артта ҡалған төбәктәр тураһындағы фекере, нигеҙҙә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына йүнәлтелгәйне. Бындай төбәктәр исемлегенә Адыгей, Алтай, Ҡалмыҡ, Карел, Сыуаш, Тыва һәм Мари Иле республикалары, Алтай крайы, Ҡурған һәм Псков өлкәләре инә. Хөкүмәт кәңәш­мәләренең береһендә ул саҡтағы Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев ошо төбәктәргә ярҙам итеү буйынса программа эшләргә ҡушҡайны. Уның әйтеүенсә, был документтар ярҙам сараларын ғына түгел, ә артта ҡалыу сәбәптәрен анализлауҙы ла маҡсат итеп ҡуйырға тейеш. Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Андрей Кутепов билдәләүенсә, был төбәктәрҙең һәр ҡайһыһы өсөн индивидуаль программа эшләнгән.
– Һәр төбәктә кешеләр йәшәй һәм улар бер үк илдә йәшәүҙәрен тойорға тейеш. Әммә был төбәктәрҙе үҫтереү Рәсәйҙең башҡа субъекттарының алға ынтылышы менән бәйләнештә алып барылыр һәм үҫеш нөктәләренең дөйөм күренеше күҙ уңынан ысҡынмаҫ, тип уйлайым, бының өсөн Рәсәйҙең ғәйәт ҙур мөмкинлектәре бар, – тине Валентина Матвиенко, ул саҡтағы иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкинға мөрәжәғәт итеп.
– Федерация Советында ошондай “Асыҡ диалог” үткәрелеүе – бик дөрөҫ һәм маҡсатҡа ярашлы сара, – тине Максим Орешкин. – Пар­ламент тыңлауҙарында, “Хөкү­мәт сәғәте”ндәге беҙҙең сығыштар күбеһенсә отчет төҫөн алһа, бында иһә әңгәмә рәүешендә бара. Рәсәй иҡтисады донъялағы дөйөм хәл менән тығыҙ бәйләнгән, ә ул 2009 йылдан алып аҡрын темпта үҫә.
Уның әйтеүенсә, йыл аҙағында иҡтисади үҫеш бер аҙ йәнләнә төш­һә лә, күрһәткес әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа инфляция былтыр­ғы йыл аҙағында ни бары өс процент ҡына тәшкил иткән. “Быйылғы беренсе квартал йомғаҡтары буйынса ошо күрһәткес 2,5 проценттан да түбәнерәк булыр тип көтәбеҙ”, – тине министр. Был үҙе үк иҡтисадта үҫеш өсөн майҙан булыуын күрһә­теп тора. Беҙ хатта структур үҙгә­реш­тәр яһамайынса тороп та алға китеү мөмкинлеге бар тип иҫәпләй­беҙ, үҫеш күрһәткесе был осраҡта ла ике проценттан кәм булмаясаҡ.


Реформалар нигеҙ була ала


Шулай ҙа структура реформаһы үткәреү ҙә яҡын киләсәктә ил Хөкүмәтенең мөһим бурыстарының береһе буласаҡ. Максим Орешкин, Хөкүмәттең иҡтисади үҫеш һәм интеграция буйынса комиссияһы ҡарарына һылтанып, был реформаның төп алты йүнәлеше тураһында әйтте:
l инвестиция мөхитен яҡшыр­тыу һәм инвестицияға ихтыяжды дәрт­ләндереү;
l хеҙмәт баҙарының йоғонтоло­лоғон көсәйтеү;
l иҡтисадтың йоғонтололоғон арттырыу һәм көнәркәшлекте үҫте­реү;
l технологик һәм инновациялы үҫеш;
l Рәсәй продукцияһын һатыу баҙарын киңәйтеү;
l иҡтисади үҫеш өсөн финанс сығанаҡтары булдырыу.
Ошо төп йүнәлештәр буйынса тиҙҙән Рәсәй Хөкүмәте комиссия­һының тәүге ултырышы уҙға­рыласаҡ.


Ә тикшереүселәр кемдәр?


Бөтә был йүнәлештәрҙең нисек барыуы, тәбиғи, тейешенсә контрол­һеҙ тормошҡа ашырылыуы икеле, шу­ға күрә иҡтисади үҫеш министры был өлкәгә айырыуса иғтибар бире­ләсәген вәғәҙә итте. Дөрөҫ, федераль күҙәтеү органдары ла бар.
– Әммә федераль күҙәтеү систе­маһы кәрәгенән артыҡ ҙурайҙы, – тине министр. – Беҙҙә 200 федераль күҙәтеү органы бар! Быйылғы йыл ошо системаны уңайлы хәлгә килтереүгә арналасаҡ. Бының өсөн төрлө йүнәлештәрҙә эшләйәсәк тиҫтәләрсә эш комиссиялары төҙөлдө, ете меңдән ашыу ҡануни акт ҡайтанан әҙерләнәсәк.
Министрлыҡ шулай уҡ норматив-хоҡуҡи акттарҙы йылына ике тап­ҡыр ғына – 1 марттан һәм 1 сен­тябр­ҙән ғәмәлгә индерә башларға, уларҙы өс ай алдан баҫып сыға­рырға тәҡдим итә. Был эшҡыуарҙар ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе алдан белеп торһон өсөн кәрәк.


Милли проекттар тураһында


Яңы йыл башланыр алдынан ғына Рәсәй Хөкүмәтендә милли проектар менән дәүләт программаларын үҙ-ара яраштырыу буйынса кәңәшмә уҙғарылғайны. Бер яҡтан, милли проекттар Хөкүмәт эшмәкәр­легенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Икенсе яҡтан, уларҙы тормошҡа ашырыуға ҡаҙнаның 10 проценты ғына бүленә. “Беҙ милли үҫеш маҡсаттарына бөтә ҡаҙнаның йүнәлтелмәүен күрәбеҙ, шуға күрә артабан дәүләт программалары менән милли проекттарҙы интеграциялау, бөтә идара итеү системаһын ябайлаштырыу тураһында һөйләшеп килештек, – ти Максим Орешкин. – Был осраҡта иң мөһиме – барыһы ла һуңғы һөҙөмтәне яҡшыртыуға, Рәсәй Президенты Указында билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлтелергә тейеш”.
Министрлыҡ үҙе ике милли проект – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ” һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллек” – өсөн яуаплы. Маҡсатҡа, министр әйткәнсә, эҙмә-эҙлекле табан баралар. “Һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы беҙ аҡрынлап бөтөрә барабыҙ: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн финанс ресурс­тары менән тәьмин ителеү юлы еңелерәк булһын, үҫеш инфра­структураһы уңайлыраҡ ителһен”, – ти ул.
Былтыр Рәсәйҙә эшҡыуарҙарға ташламалы проценттар менән 450 миллиард һум кредит бирелгән икән, уның күберәк өлөшө йылдың икенсе яртыһына тура килә. Быйыл ошо күрһәткесте бер триллион һумға еткереү планлаштырыла! Бының өсөн ошо ярҙам програм­маһы даими камиллаштырыла, был эшкә банктар ҙа әүҙем йәлеп ителә. Былтырғы йыл башында йүнсел­дәргә ярҙам юлында банктарҙың юғары кредит ставкаһы төп ҡар­шылыҡ булған, хәҙер ул түбә­нәйгәндән-түбәнәйә. “Шуға күрә был ярҙам программаһы буйынса финанс ағымы ла ярайһы уҡ көсәйҙе”, – ти белгестәр.
Үҙмәшғүллек мәсьәләһе лә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллек” милли проекттарында ҡуйылған талаптар менән яңғыраш. Был проблема (йәғни эшҡыуар­лыҡты “күләгәнән” сығарыу) Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә былтыр ғына ла бер нисә тапҡыр тикшерелгән. Илдең дүрт пилот төбәгендә әле 300 меңдән ашыу үҙмәшғүл рәсми теркәлгән. Быйылғы йыл башынан проект киңәйтелергә, ә 1 июлдән илдең барлыҡ субъекттарына тара­лырға тейеш. Федерация Советын­дағы әлеге “Асыҡ диалог”та әйтеү­ҙәренсә, бығаса рәсми теркәлеп эшләүҙе отошһоҙ тип һанаған йүнселдәр хәҙер был статустың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен дә күрә һәм һынылыш башланды, тип әйтергә лә мөмкин.


Етештереүсәнлерәк – тимәк, эш хаҡы ҙурыраҡ


“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллек” милли проекты тураһында айырым әйткәндә, уның тәүге этабында Рәсәйҙең иҡтисади етәкселеге төп иғтибарҙы һаҡсыл етештереү технологияларын таратыуға биргән. Был этапҡа бер меңдән ашыуыраҡ предприятие йәлеп ителгән икән.
– Ил буйынса күп йөрөргә һәм ошо эштең төрлө предприятиеларҙа ниндәй һөҙөмтә биреүен ҡарарға форсат булды, – ти Максим Орешкин. – Бер ыңғайы төбәктәрҙән тәҡдимдәр ҙә йыйҙыҡ, улар 700-ҙән ашыу булып сыҡты. Эшкәрт­кәндән һуң 300 тирәһе ҡалды. Әле улар ведомство-ара тикшереү үтә, һәр ҡайһыһы үҙ ҡарашын нигеҙ­ләгәс, ҡайһыларын тормошҡа ашырып була, ниндәйҙәрен киләсәккә ҡалдырырға икәнен хәл итәсәкбеҙ.
Министр был осраҡта Пермь крайы губернаторының фекерен еткерҙе: “Ил субъекты яуап биргән һәм ремонтлап торған төбәк әһә­миәт­ле юлдар бар, ләкин уларҙы файҙаланыу регламенты федераль кимәлдә билдәләнә. Әммә ҡайһы бер преприятиелар юлды әүҙемерәк файҙаланыуҙы, сикләүсе норма­ларҙың булмауын етештереү­сән­лерәк эшләү өсөн шарт итеп ҡуя, Шуға күрә төбәк юлдарын файҙа­ланыу ҡағиҙәләрен билдәләүҙе тәғәйен республика йәки өлкәнең вәкәләте итеп күсерергә кәрәк.
Һаҡсыл етештереү технологияларын индереүҙе министр етеш­тереү мәҙәниәтен күтәреү тип тә атаны. Ысынлап та, был коллек­тивтың кәйефенә лә йоғонто яһай, кешеләр тирә-яғы яҡшыра барыуын һиҙә, тотош предприятиеның етештереүсәнлерәк эшләй башлауы хеҙмәт хаҡының артыуына йоғонто яһағанын күрә.


Төбәк сәйәсәте нигеҙ ташы булып тора


Йәнә килеп, әлеге артта ҡалған төбәктәр миҫалын алғанда, министр ил субъекттарының эшмәкәрлегенә баһа биргән норматив-хоҡуҡи акттарҙы ҡайтанан ҡарап сығыуҙы ла маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләй. Ошо эшмәкәрлеккә баһалау 300-ҙән ашыу күрһәткес буйынса башҡарыла икән!.. Максим Орешкин уларҙың күптән түгел 15 күрһәткескә ҡалыуы тураһында әйтте, был баһалау ысулын күптән түгелге Дәүләт советы ултырышында губер­наторҙар үҙҙәре һайлаған икән. Республика, өлкә һәм крайҙарҙың 2019 йылғы эшмәкәрлегенә тиҙҙән ошо күрһәткестәр буйынса баһа биреләсәк.
– Был йәһәттән әле лә төбәктәр менән бергәләп эшләү дауам итә, – тине иҡтисади үҫеш министры. – Күп кенә ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөү талап ителә. Мәҫәлән, ҙур федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу төбәктең инвестиция күрһәткестәрен бөтөнләй үҙгәртеп ебәрә. Ошо яңы ысул һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән төбәккә Федерациянан тейешле гранттар алырға ла мөмкинлек бирәсәк.
Федераль адреслы инвестиция программаһы тураһында һуңғы йылдарҙа күп яҙалар һәм һөйләйҙәр һәм юҡҡа ғына түгел. Заман уны ла үҙгәртеүҙе талап итә. Программаны камиллаштырыу өҫтөндә эшләү өсөн Хөкүмәт ҡарары менән Премьер-министрҙың төҙөлөш һәм төбәктәр үҫеше буйынса урын­баҫары Виталий Мутко етәксе­ле­гендәге махсус комиссия төҙөлгән.


Күсемһеҙ булһа ла, һалым түләргә тейеш


Бер ыңғайы күсемһеҙ милекте инвентарлаштырыу эше башла­насаҡ. Уның маҡсаты – был милекте һалым түләүсе базаға индереү. Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ошо төр милеккә ҡараған 25 миллион тирәһе объект бар.
Максим Орешкин әйтеүенсә, был ҡатмарлы бурыс, сөнки ҡануниәттә күсемһеҙ мөлкәт менән күсемле булғаны аныҡ ҡына айырып күр­һәтелмәгән, шуға күрә губер­наторҙар менән йыш бәхәс сыға икән, быны министр “система­лы хәл” тип атай. Бында ер мөнә­сәбәттәре лә, төрлө мөлкәттең аныҡ хужаһын билдәләү ҙә килеп ҡу­шыла. Мәҫәлән, нефть скважиналары менән йыш бәхәсле хәл тыуа икән: улар тәғәйен муници­палитеттың ерендә урынлашҡан, ләкин хужалары бында түгел. Тимәк, Граждандар кодексына индерелеү күҙ уңында тотолған үҙгәрештәрҙә һәм уға ҡағылышлы ҡануни акттарҙа урындағы үҙидара органдарының ошо мәсьәләне нисек хәл итә алыуы эҙмә-эҙлекле билдәләнергә тейеш.


Ә нисек алға сығарырға?


Федерация Советындағы кәңәш­мәнең аҙағында йәнә социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән әлеге иң ауыр хәлдә булған ун төбәкте иҫкә төшөрҙөләр.
– Был төбәктәрҙең башҡалар ме­нән бер тиң көнәркәшлек кимә­лендә була алмауы төп ҡыйынлыҡ булып тора һәм был турала кем генә сығыш яһаманы, – тине Валентина Матвиенко. – Миңә, мәҫәлән, Ҡурған өлкәһе менән шөғөлләнергә тура килде, уны беҙ “ҡул режимында” күтәрәбеҙ. Әгәр ҙә был төбәктә тарифтар, башҡа субъекттар менән сағыштырғанда биш-алты тапҡырға түбәнерәк икән, ниндәй инвестор барһын...
Кәңәшмәлә шулай уҡ Тыва Республикаһы буйынса ла һорауҙар һәм тәҡдимдәр күп булды. Был, моғайын, иң артта ҡалған төбәктә хатта бер километр ҙа тимер юл юҡ һәм уны төҙөү өсөн төрлө тар­маҡ­тарҙың эшен үҙ-ара яраштырыу хәл ителде. Бындай төбәктәргә төрлө социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү (мәҫәлән, етемдәрҙе фатир менән тәьмин итеү, авариялы торлаҡтан күсереү) ҙә ауырға төшә, ә бит уларҙың күпселеге төбәк йәки муниципаль кимәлгә йөкмәтелгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктәр үҫешенә ҡағылышлы һүҙҙәр ҙә яңғыраны: “... Ҙур проекттар ғына түгел, ә урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың башланғыстары ла ярҙам алырға тейеш. Бөгөн Рәсәй төбәктәренең “инвестиция ташламаһы” тип аталған хоҡуғы бар – табышҡа өс йыллыҡ һалым льготаһы бирәләр. Әммә улар был хоҡуҡтан һирәк файҙалана һәм уның сәбәбе аңлашыла ла: уларҙың ҡаҙнаһы өсөн был ҙур юғалтыу бит. Шуға күрә федераль аҡса иҫәбенә төбәктәргә инвестиция һалымы ташламаһын ҡулланыу һөҙөмтә­һендә алынмай ҡалған килемдең өстән ике өлөшөн ҡапларға тәҡдим итәм”.
Читайте нас