Иҡтисад
4 Февраля 2020, 06:20

Еңел сәнәғәттең һәлмәк аҙымдары

Республикала еңел сәнәғәт тармағы өсөн 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәге хаҡында белдерҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Өфөлә үткән “ЛегПром-2020” форумында.

Өфө пальтолары, костюмдары, күлдәктәр, аяҡ кейемдәре... Үҙебеҙҙә етештерелгән кейемдәрҙә йөрөгән замандарҙы хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Зауыҡ менән тегелгән, уңайлы ине улар. Үкенескә ҡаршы, бөгөн алған кейемдәрҙең бөтәһе лә тиерлек ситтән килтерелгән. Үҙебеҙҙә бер нәмә лә текмәйҙәрме икән тигән уй тыуа ҡайһы ваҡыт. Өфөлә үткән “ЛегПром - 2020” еңел сәнәғәт форумында тап ошо һорауҙарға яуап табырға мөмкин ине.


Күргәҙмәнең тәүге рәтендә Өфөләге “Салауат” ательеһы тауарҙары урын алғайны. Халҡыбыҙҙың милли биҙәктәре менән тегелгән ҡатын-ҡыҙҙар пальтоһы, бүректәр һәм башҡа кейемдәр әллә ҡайҙан балҡып тора. “Радуга” тегеү фабрикаһы мәктәп формаларынан бай күргәҙмә ҡуйған. Уның етәксеһе Индира Рәшитова әйтеүенсә, ойошма бынан 10 йыл элек барлыҡҡа килгән. Улар теккән ҡупшы кейемдәрҙе республикабыҙ ғына түгел, хатта Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да теләп алалар. Дәүләкән “Алмас” предприятиеһының балалар аяҡ кейемдәре лә матурлығы, барлыҡ талаптарға яуап бирерҙәй итеп етештерелеүе менән ил баҙарында лайыҡлы урын биләй...


Секцияларҙа етәкселәр, белгестәр, эшҡы­уарҙар республиканың мөһим өлкәһе һаналған тармаҡтың бөгөнгө торошо, үҫеш мөмкин­лектәре, көн ҡаҙағындағы проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышты. Етештереүселәр былтыр халыҡтың кейем һатып алыу ихтыяжы кәмеүен белдерһә лә, Өфөнән Игорь Черненко “MADYART” бренды табышы, киреһенсә, 12 процентҡа артыуын әйтте. Эшҡыуар бының сәбәбен етештерелгән тауарҙың даими сифатлы булыуы һәм халыҡтың ғәҙәтләнгән кейемен алырға ынтылыуы менән аңлатты. Был марканың барлыҡ кейемдәре лә Башҡортостанда тегелә һәм йыл ярымда эшҡыуар бөтә технология базаһын яңыртырға планлаштыра. Брендтың интернет-магазины үҫешә, хәҙер Өфө кейемдәрен илдең барлыҡ ҡалаларындағы ҡатын-ҡыҙҙар кейә.


Форумда шулай уҡ милли биҙәктәр менән урындағы брендты үҫтереү хаҡында етди һөйләшеү булды. Каринэ Хәбирова бының мөһимлеген билдәләп:


– Мин Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә дә республиканың вәкиле булараҡ йөрөйөм. Үҙемдең гардеробымда урындағы етеш­тереүселәрҙең һәм дизайнерҙарҙың та­уарҙары булыуын теләр инем, – тине. – Шулай уҡ ҡунаҡтарҙың беҙҙең заман менән бергә атлауыбыҙҙы күреүен теләйем. Республикала традицияларҙы һаҡлаған күп оҫталар бар. Улар заман дизайнерҙары менән берләшеп кейем генә түгел, шулай уҡ интерьер әйберҙәре лә эшләһен ине. Донъя брендтары беҙҙең хаҡта ишетһен, республикаға килһен. Был беҙҙең халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары булдырасаҡ.


Форумда “Ағиҙел” башҡорт художество әйберҙәре компанияһы үҙенең проектын тәҡдим итте. Үҙе­нең бренды менән ойошма ке­йем, йорт өсөн аксессуарҙар һәм тауарҙар етештерергә йыйына.


Пленар ултырышта Радий Хәбиров йыйынды артабан даими үткәрергә кәрәклеген, күргәҙмәлә ҡуйылған тауарҙарҙы күреп, беҙҙең еңел сәнәғәт ҡатмарлы замандарҙы йырып сыға алыуына һоҡланыуын белдерҙе. Мәҫәлән, тармаҡта бынан 20 – 30 йыл элек 50 меңдән ашыу кеше тир түкһә, бөгөн ни бары туғыҙ мең самаһы кеше мәшғүл.


Әйткәндәй, Радий Хәбиров Баш­ҡортостан Башлығы вазифа­һын башҡара башлағас та 2024 йылға тиклем республиканың стратегик үҫеш йүнәлештәре хаҡында указға ҡул ҡуйғайны.


– Еңел сәнәғәткә килгәндә, етештереүҙе ике тапҡырға арттырыу хаҡында аныҡ бурыс ҡуйылды. Был – ҡатмарлы мәсьәлә. Шулай ҙа бөтәһе лә иҫәпләнгән, һәм беҙ быны булдырасаҡбыҙ, – тине ул.


Төбәк Башлығы шулай уҡ ҡоролмаларҙы яңыртыу төп маҡсатлы эштәрҙең береһе булыуын, быйыл бының өсөн 50 миллион, киләһе йыл 100 миллион һум аҡса тотоноласағын әйтте. Шулай уҡ ошо юҫыҡта предприятиеларға инвесторҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итеү кәрәклеген иҫкәртте. Мәктәп формаһы хаҡында ла ҡарашын белдерҙе.


– Был ҙур күләмле баҙар. Уның үҙ ыңғайына үҫешеүе яҡшы, – тине ул. Республикала, моғайын, мәктәп формаһы теккән бер нисә тиҫтә предприятие барҙыр. Яҡын­са иҫәпләнеүенсә, был – 2 – 2,5 миллиард һумлыҡ кейем баҙары. Былар барыһы ла, әлбиттә, бында ҡалырға тейеш. Бөгөн күргәҙ­мәгә үҙҙәренең тауарҙарын ҡуйған предприятие вәкилдәре менән һөйләштем һәм улар өсөн ҡыуандым. Беренсе­нән, улар бик матур. Икенсенән, Рәсәй төбәк­тәренең баҙарҙарын яулай башлауы ҡыуандырҙы. Был бик шәп, һәм беҙ һеҙгә нисек ярҙам итергә кәрәклеген уйларбыҙ.


Радий Фәрит улы мәктәп формаһы буйынса күп төбәктәрҙә закон ҡабул ителеүе, үҙҙәренең махсус төҫө һәм башҡа талаптар булыуы хаҡында һөйләне һәм был юҫыҡта уйлап эш итергә саҡырҙы, сөнки арабыҙҙа төрлө ғаиләләр бар. Кемдеңдер теге йәки был форманы алыу мөмкин­леге сикле булыуы ла ихтимал.


Радий Фәрит улы программала һәр пункт шаҡтай ҙур күләмдәге аҡса менән нығытылыуын һәм был республикала еңел сәнәғәтте һиҙелерлек дәрәжәлә үҫтерергә мөмкинлек бирәсәген белдерҙе.


Күргәҙмәлә башҡорт милли костюмдары төрлөлөгө менән айырылып торҙо. “Бында милли костюмдар буйынса күп тәҡдим ишеттем, – тине Радий Хәбиров. – Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙ быға ет­ди иғтибар бирәбеҙ. Тап шуға ла 16 апрелде үҙемдең указым менән Милли кейем көнө тип иғлан иттем. Ҡатынымдың баш­ҡорт милли костюмы бар, минеке әлегә юҡ. Ғөмүмән, киләсәктә һеҙ­гә ниндәй күләмдә заказ була­сағын күҙ алдына килтерә­һе­геҙҙер. Беҙ, ниндәй милләттән бу­лыуыбыҙға бәйле, төрлө ке­йемдә буласаҡбыҙ. Был – минең өсөн, моғайын, ҙур сәйәсәт һәм, дөйөм алғанда, беҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау сараһы. Әммә быға иҡтисади яҡтан да ҙур әһәмиәт бирергә кәрәк. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйем!”
Читайте нас