Иҡтисад
5 Февраля 2020, 13:40

Үҫеш өсөн киң мөмкинлек бар

Төбәктә тәүлегенә 50-60-ар тонна һөт етештергән хужалыҡтар барлыҡҡа килде.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Йәрмәкәй районында малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләренә арналған зона кәңәшмәһе уҙғарыла. Унда тармаҡта башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау, киләсәккә маҡсаттар билдәләү күҙаллана. Сарала Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, хакимиәт башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, хужалыҡ, ведомство һәм консалтинг ойошмалары, республика союздары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнаша.
Семинарҙы асып, ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов республикала һөт һәм ит етештереү йәһәтенән ҙур предприятиеларҙың әүҙем үҫеүе тураһында һөйләне.
“Төбәктә тәүлегенә 50-60-ар тонна һөт етештергән хужалыҡтар барлыҡҡа килде. Ә иң яҡшы биш ауыл хужалығы предприятиеһы төбәктә етештерелгән бөтә һөттөң 11 процентын тәьмин итә. Тап ошондай хужалыҡтар билдәләнгән маҡсатҡа өлгәшеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине ул.
Тармаҡта киләсәккә пландар республика Башлығы Радий Хәбировтың сентябрҙәге указында аныҡ билдәләнә. 2025 йылға тауар һөтө – 1,2 милион тоннаға, ит иһә 500 мең тоннаға етергә тейеш. Шуға күрә ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Өҫтәүенә, төбәктә был йәһәттән дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас