Иҡтисад
5 Февраля 2020, 14:00

“Карусель”гә әлегә тиңдәр юҡ

Тулы ҡеүәтенә сыҡҡас бында көнөнә 70 тоннаға яҡын һөт һауып алыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Йәрмәкәй районында уҙғарылған малсылыҡ буйынса зона кәңәшмәһенең практик өлөшө Семен-Макар ауылындағы “Северная Нива Башкирия” хужалығында үткәрелде. Был осраҡлы түгел. Төҙөлөшө тамамланып килгән һөтсөлөк объекты республикала иң ҙур комплексты тәшкил итә. Тулы ҡеүәтенә сыҡҡас бында 2800 һыйыр аҫрау күҙаллана, көнөнә 70 тоннаға яҡын һөт һауып алыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яңы комплексты ҡарап сыҡты. “ЭкоНива АПК” холдингы төбәктә тормошҡа ашырған ҙур инвестиция проектының хаҡы – өс миллиард һум. Әле бында аҙбарҙарҙың береһе сафҡа индерелгән. Комплекс биләмәһендә “Карусель” тип аталған заманса һауыу залы эшләй. Әйткәндәй, республикала әлегә уның тиңе юҡ. Тағы ла ике аҙбарҙа төҙөлөш эштәре тамамланыуға яҡынлаша.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас