Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш, шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттары мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Видеоконференция режимында уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.
– Беҙгә республикала алданған өлөшсөләрҙең етди мираҫы менән шөғөлләнергә тура килә, – тине Радий Фәрит улы. – Был проблемаларҙы үҙ мөмкинлектәребеҙҙән сығып хәл итергә тырышабыҙ. Былтырғы йыл аҙағында “ДОМ.РФ” компанияһы менән хеҙмәттәшлекте башланыҡ. Әммә беҙ был институт менән йәнлерәк хеҙмәттәшлек итергә теләр инек.