Иҡтисад
11 Февраля 2020, 06:00

Төҙөлөш өсөн рөхсәт алыуҙа ниндәй үҙгәрештәр индерелде?

Башҡортостан Хөкүмәтенең төҙөлөш өсөн рөхсәт биреүҙә, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙа һәм ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планын алыуҙа яңы ҡағиҙәләрҙе билдәләгән ҡарары үҙ көсөнә инде.

Башҡортостан Хөкүмәтенең төҙөлөш өсөн рөхсәт биреүҙә, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙа һәм ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планын алыуҙа яңы ҡағиҙәләрҙе билдәләгән ҡарары үҙ көсөнә инде.
Хәҙер был документтарҙы тик электрон рәүештә генә алырға мөмкин. Был опция ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк.
Документ республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән берлектә эшләнгән.
“Был дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү өсөн файҙаланылған мәғлүмәт системалары аша ғариза яҙыусы менән рөхсәт биреүсе инстанцияларҙың берҙәм механизмын ойоштороу юлы менән документтарҙы биреүҙе ябайлаштырасаҡ”, – тип хәбәр итәләр республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында.
Фото: mfc-list.info.
Читайте нас