Иҡтисад
25 Февраля 2020, 13:15

"Һеҙҙе эштән ебәреү еңелерәк"

Һеҙҙең яуапһыҙлығығыҙ арҡаһында халыҡ йонсорға тейешме? Миңә һеҙҙе эштән ҡыуыуы еңелерәк. Рәттәрҙе таҙартасаҡбыҙ.

Бөгөнгө Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер мөһим тема – быйыл урамдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртыуға арналды. Был маҡсатта 333 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
Вице-премьер – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, был аҡсаны 15590 яҡтыртҡысты алмаштырыу һәм ҡуйыу өсөн тотонасаҡтар. Конкурс процедуралары үҙәкләштерелгән буласаҡ, һәр партиянан өлгө ҡорамалдарҙың техник талаптарға яуап биреү-бирмәүе ҡуйғансыға тиклем лабораторияла тикшереләсәк.
Был ҡарар былтырғы йыл тәжрибәһенән сығып ҡабул ителгән. Тораҡ биләмәләрендә яҡтыртҡыстар ҡуйыу буйынса план арттырып үтәлһә лә, ҡайһы бер ерҙә сифат аҡһай. Шулай республикала 31 төрлө энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыс ҡуйылған, уларҙың хаҡы 1,5-тән 22 мең һумға тиклем.
Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, 19 сентябрҙән алып яҡтыртҡыстар сифатын тикшергәнсе подрядсыларға аҡса түләнмәй. Сифатһыҙ яҡтыртыу системаһын ҡуйыу факттары буйынса муниципалитеттар дәғүә белдереү эштәрен башлаған.
– Ниндәй муниципалитеттар бындай эш башлаған, мәғлүмәт йыйығыҙ. Мин был хәлде бик тәрән итеп өйрәнергә теләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Ике әйбер миндә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы: ул контейнер майҙансыҡтарын һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу. “Ҡыҙыл зона”лағы райондарҙы күргәс, уларға башҡа аҡса бирмәҫкә булдым. Тик был бит дөрөҫ түгел. Һеҙҙең яуапһыҙлығығыҙ арҡаһында халыҡ йонсорға тейешме? Миңә һеҙҙе эштән ҡыуыуы еңелерәк. Рәттәрҙе таҙартасаҡбыҙ.
Радий Хәбиров тыйыу була тороп подрядсыларҙың сифатһыҙ эше өсөн түләгән хакимиәт башлыҡтарынан аңлатма ҡағыҙы талап ите.
– Ни өсөн талаптарға яуап бирмәгән эш өсөн аҡса түләнегеҙ? Ниндәй сүп-сар бар, уны йыйғандар ҙа ҡуйғандар бит, – тине ул.
Фото: rb7.ru
Читайте нас