Иҡтисад
26 Февраля 2020, 13:00

Бөрйәндәр электр энергияһын ҡояштан ала

Был станция энергияны туплау ҡеүәте йәһәтенән Европала иң ҙур объектты тәшкил итә.

Бөрйән районында республикала иң ҙур ҡояш электр станцияһы эшләй башланы. Уның ҡеүәте – 10 МВт.
“Хевел” компанияһының Бөрйән ҡояш электр станцияһы айырымланған тәртиптә, шулай уҡ селтәр станцияһы сифатында эшләйәсәк. Авария була ҡалһа, ул энергияны өҙлөкһөҙ бүлеүгә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, был станция энергияны туплау ҡеүәте йәһәтенән Европала иң ҙур объектты тәшкил итә. Гибрид станция бөгөн Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумында тура эфирҙа асылды.
Эксперттар әйтеүенсә, Бөрйән районындағы электр станцияһы алыҫ райондарҙы энергия менән ышансылы тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ заманса энергобаланстың ҡыҙыҡлы өлгөһөн дә тәшкил итәсәк.
Фото: energybase.ru
Читайте нас