Иҡтисад
2 Марта 2020, 13:30

"Мәмерйә" кимәленән сығырға ваҡыт

Һүҙ - тышҡы социаль реклама тураһында.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдереүенсә, республикала социаль реклама баҙарында бер ни тиклем проблемалар бар. Был мәсьәлә бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралды.
– Төп етешһеҙлек – социаль рекламаны урынлаштырыуҙың типик схемаһы һәм берҙәм стиле булмауы. Был уның һөҙөмтәлелеген кәметә. Бынан тыш, законһыҙ урынлаштырылған реклама финанс юғалтыуҙарына килтерә. Ҙур булған суммалар иҫәпкә алынмай, шулай булғас, муниципаль бюджетка керем юҡ, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, был тармаҡта тәртип булдырырға кәрәк. Ул республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа был мәсьәлә менән шөғөлләнергә ҡушты.
– Бында бер агентлыҡ вәкәләттәре генә етмәй. Хөкүмәтте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын да эшкә ҡушырға кәрәк. Беҙгә рекламаны урынлаштырыу схемаһын булдырырға, конкурстар үткәреү һәм тарифтар билдәләргә, урамдарҙа һәм юл буйҙарында законһыҙ ҡуйылған рекламаны алып ташларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Мин өлгө итеп Мәскәү өлкәһен ҡуям. Унда был тармаҡта тәртип булдырғас, бюджетҡа килем бер нисә тапҡыр артты. Әгәр муниципалитеттар эшләргә теләмәй икән, уларҙан был вәкәләттәрҙе аласаҡбыҙ. Тышҡы реклама буйынса эш "мәмерйә" кимәлендә, бына көйләргә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас