Иҡтисад
4 Марта 2020, 13:10

Башҡортостан – өсөнсө баҫҡыста

Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар тәүге тапҡыр Alibaba һәм Ebay электрон сауҙа майҙансыҡтарына ҡуйылған.

Рәсәй экспорт үҙәге 2019 йылға экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса төбәк үҙәктәре рейтингын төҙөнө. Унда төбәктә экспортҡа ярҙам итеүҙең ниндәй ҡолас алыуы, яңы экспортерҙар һаны, поставкалар күләме һәм уларҙың географияһы, башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынды.
Башҡортостан Республикаһы исемлектә өсөнсө урынды алды. Тәүге ике баҫҡыста – Мәскәү өлкәһе һәм Алтай крайы. Төп факторҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны (114 берәмек) тәшкил итте. Компаниялар 170-тән ашыу экспорт килешеүе төҙөгән.
Былтыр үҙәк хеҙмәттәренән 641 эшҡыуарлыҡ субъекты файҙаланған, хупланған экспорт күләме 3,5 миллиард һумдан ашып киткән. Республика компаниялары коллектив экспозиция менән 22 тапҡыр халыҡ-ара күргәҙмә сараһына барған. Тағы ла өс сит ил бизнес-сәфәрендә 113 компания ҡатнашҡан. Бынан тыш, Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар тәүге тапҡыр Alibaba һәм Ebay электрон сауҙа майҙансыҡтарына ҡуйылған.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә хеҙмәт күрһәтә.
Читайте нас