Иҡтисад
13 Март 2020, 09:10

Тырышлыҡҡа бәйле

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала ауыл халҡының көнитмешендә уңайлыҡтар тыуҙырыу, тормош кимәлен күтәреү маҡсатында урындарҙа коммуналь-көнкүреш конторалары ойошторола. Шул рәүешле бында коммуналь хеҙмәттең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һалына.

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала ауыл халҡының көнитмешендә уңайлыҡтар тыуҙырыу, тормош кимәлен күтәреү маҡсатында урындарҙа коммуналь-көнкүреш конторалары ойошторола. Шул рәүешле бында коммуналь хеҙмәттең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һалына.
Бөгөн инде рес­публиканың коммуналь тармағында лайыҡлы урын тотҡан, тиҫтә йылдар дауамында бай хеҙмәт традициялары туплаған “Дыуанводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының тарихы шулай башлана. Ғөмүмән, хә­ҙер район үҙәгенең һәм йәнә тиҫтәгә яҡын ауыл хал­ҡының йәшәйешен предприятие хеҙмә­тенән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмайҙыр. Улар халыҡты, предприятие һәм ойошмаларҙы йәшәү сығанағы булған һыу, йылылыҡ менән тәьмин итә, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә.
– Халыҡты, предприятиеларҙы һыу һәм йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс, – ти предприятие етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре Хәлит Ғарипов. – Коллективта йөҙләп кеше эшләй, 86 саҡрым оҙонлоғондағы һыу үткәргес, 16 саҡрым йылылыҡ һәм канализация селтәре, 12 һыу скважинаһы, өс ҡаҙанлыҡ өсөн яуаплыбыҙ.
Былтыр йыл дауамында 80 миллион һумлыҡ эш баш­ҡарылды. Былтырғы оло эштәрҙән Төньяҡ микрорайонында һыуалғыс башня төҙөп ултыртыу, үҙәк ҡаҙанлыҡта ремонт эштәрен теүәлләүҙе билдәләргә була. Ауыл хакимиәттәре үҙәкләштерелгән һыу үткәргестәрҙе тапшыра, уларҙы яңынан төҙөкләндереп, иҫәпкә алыу дауам итә.
Район үҙәге Мәсәғүттән тыш, ун биш ауылды эсәр һыу менән тәьмин итә улар. “Дыуанводоканал” хеҙмәтләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә, йәмғиәттән уңдыҡ, тиҙәр, сөнки хеҙмәтләндереүҙең сифаты юғары. Ғөмүмән, йәмғиәт ниндәй генә эшкә тотонһа ла ҡулынан килә. Шәхси йорттарға һыу үткәрһенме, канализация эшләһенме, скважина быраулаһынмы... Тимер изделиелар етештереү ҙә халыҡты хеҙмәтләндереүҙең отошло бер төрөнә әйләнгән.
Әйткәндәй, Салауат районының Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән Хәлит Әлтәп улы техникум тамамлағас та йүнәлтмә буйынса Мәсәғүт ауылына килә һәм үҙ яҙмышын ошо хозур тәбиғәтле төбәк менән бәйләй. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үткәндән һуң бына ике тиҫтәгә яҡын йыл инде ул “Дыуанводоканал” ойошмаһын етәкләй, районда абруйлы етәксе, булдыҡлы ойоштороусы булып танылған. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Президентының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың туғаны ул, данлы шәжәрәгә тап төшөрмәй.
– Етәксебеҙҙән уңдыҡ, – ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре.
Берҙәм, татыу коллектив эштә лә, спортта ла һынатмай. Район ярыштарында ал бирмәйҙәр. Бында үҙ эшенең оҫталары тупланған – баш инженер Сергей Могильников, баш механик Әнис Янов, авария хеҙмәте слесарҙары Булат Мөниров, Денис Хәбибуллин, экскаваторсы Фидаил Ситдиҡовтарҙы маҡтап телгә алды етәксе. Ә инде баш бухгалтер Гөлсинә Фаил ҡыҙы Сөләймәнова 33 йыл ғүмерен ошо тармаҡҡа арналған, шуның ун бер йылында баш бухгалтер вазифаһын уңышлы алып бара.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың хеҙмәтләндереүе – ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра, шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти директор, хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Иң мөһиме, быйылғы ҡыш имен-аман үткән, бәлә-ҡаза күҙәтелмәгән.
Читайте нас