Иҡтисад
13 Марта 2020, 09:00

Заман менән бергә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Торлаҡ йорттарҙа яҡты, йылы, таҙа һәм бар уңайлыҡтар булыуы әллә күпме ойошманың, уларҙа эшләгән бихисап хеҙмәткәрҙең көндәлек хеҙмәтенән тора.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Торлаҡ йорттарҙа яҡты, йылы, таҙа һәм бар уңайлыҡтар булыуы әллә күпме ойошманың, уларҙа эшләгән бихисап хеҙмәткәрҙең көндәлек хеҙмәтенән тора.
Әле ил буйынса коммуналь-торлаҡ өлкәһендә реформалар дауам итә. Идарасы компаниялар барлыҡҡа килә, йорт комитеттары, советтары төҙөлә, ғө­мүмән, был өлкәләге закондарға бер туҡтауһыҙ тиерлек үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индерелә, яңылары ҡабул ителә...
Заман менән бергә атларға ынтылған кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талап­тарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә еңел түгел. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һәм башҡалар өсөн тарифтар артыуына әсенһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иһә бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорт­тарҙың, ундағы инженер сел­тәрҙәренең иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында ыҙалай. Нисек кенә булмаһын, әлегә был өлкәлә булғанды һаҡларға ғына ҡала.
Ҡалтасы ауылының “Торлаҡ хужалығы идаралығы” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте лә бөгөн ауылдаштарын уңайлы шарттарҙа йәшәргә, эшләргә мөмкинлек бирә.
Районда берҙән-бер “Торлаҡ фонды идаралығы” идарасы компанияһы 2008 йылда ойошторола һәм күп ҡатлы йорттарға идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Бынан тыш, ойошма дөйөм мөл­кәттең техник торошон тәртиптә тотоуҙы, инженер селтәрҙәренең тотороҡло эшләүен, тағы ла дөйөм мөлкәттең тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылыуын тәьмин итеүҙе төп бурысы итеп алған.
Әлбиттә, тәүге ваҡыттарҙа ойошма төрлө проблемаларға юлыға, әммә берҙәм, эшһөйәр коллектив хеҙмәткәрҙәре уларҙы йырып сыға һәм тиҙ арала ауылдаштары араһында абруй ҡаҙана.
2015 йылда “Торлаҡ фонды идаралығы” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте “Торлаҡ ху­жалығы идаралығы” итеп үҙгәртелә. Торлаҡ фондына ингән Красный Холм һәм Ҡал­тасы ауылдары халҡы менән килешеүҙәр төҙөп, үҙ эшмә­кәрлеген башлап ебәрә. Йәм­ғиәттең төп эшмәкәрлек йүнә­лештәре булып инженер сел­тәрҙәрен хеҙмәтләндереү, ҡыйыҡ­тарҙы, подвалдарҙы, подъездарҙы тәртиптә тотоу, ремонтлау, инженер селтәрҙәрендә килеп сыҡҡан аварияларҙы булдырмау, уларҙы тәртиптә тотоу һанала. Бынан тыш, күп ҡатлы йорттарҙың тирә-яғын тәртиптә тотоу, дөйөм мөлкәтте һаҡлау ҙа уларҙың иңендә.
– Халыҡ беҙгә ышана, шуға ла үҙебеҙ йәшәгән ауылды тәртиптә тоторға тырышабыҙ, дөйөм мөлкәтте һаҡлау ҙа беҙҙең ҡарамаҡта. Шөкөр, ауылдаштар эшмәкәрлегебеҙгә ихтирам менән ҡарай, һәр кем төйәген таҙа, бөхтә һәм ҡупшы итеп күрергә теләй, – ти йәмғиәт директоры Альберт Миңзаир улы Хәмиҙуллин. – Күмәкләшеп төрлө өмәләрҙә ҡатнашабыҙ, сүп-сарға ҡаршы көрәшәбеҙ. Тырышлығыбыҙ бушҡа түгел, бөгөн район үҙәге генә түгел, башҡа ауылдар ҙа матурая, йәмләнә.
“Торлаҡ хужалығы идара­лығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын, подвалдарын, тәҙрә-ҡыйыҡтарын, торбаларҙы ремонтлау менән дә мәшғүл. Бөгөн йәмғиәт 2600 шәхси иҫәп­те хеҙмәтләндерә, ә хеҙмәт­ләндереүҙең төп майҙаны 121 мең квадрат метр тәшкил итә.
“Киләсәктә лә беҙгә йөк­мәтелгән бурысты намыҫ менән үтәргә тырышасаҡбыҙ. Ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етерлек”, – ти етәкселек.
Йәмғиәткә аҡыллы, үҙ эше­нең оҫтаһы, уңған, коллектив менән тиҙ арала уртаҡ тел таба алған Альберт Миңзаир улы Хәмиҙуллин етәкселек итә. Ул 12 йылдан ашыу ғүмерен ошо тармаҡҡа арнаған. Хеҙмәттәге уңыштары республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Почет гра­мотаһы менән баһаланған.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе – йәшәйешебеҙҙең мөһим элементы ул. “Торлаҡ фонды идаралығы” йәмғиәте бөгөн райондың социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнай. Эйе, тап уларҙың намыҫлы хеҙмәте менән ҡалтасыларҙың йорттарына йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм һыу даими килеп тора, инженер селтәрҙәре ышаныслы эшләй, урамдар, ихаталар, скверҙар төҙөкләнә.
Читайте нас