Бөгөн ХХХ “АгроКомплекс” махсус күргәҙмәһе нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡалтасы районындағы “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һөтсөлөк фермаһының беренсе сиратын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Сара телекүпер тәртибендә үтте.
Яңы малсылыҡ комплексы 1200 баш малға иҫәпләнә. Ул эштең юғары кимәлдә автоматлаштырылыуы менән айырылып тора. Агрохолдингтың инвестиция проекты биш мең баш һауын һыйыры өсөн фермалар, ҡаты сыр етештереү заводы төҙөүҙе, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеларын яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Бында 170 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Әйткәндәй, проект 2018 йылдың декабрендә “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә ҡаралды һәм Инвестиция комитеты тарафынан хупланғайны. Республика Башлығы Ҡалтасы районына эш сәфәре барышында ферма төҙөлөшө менән танышҡайны.