Һеҙ күптән иғтибар иткәнһегеҙҙер: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың әле бер, әле икенсе районда йә ҡалала, предприятиеларҙа булыуы тураһында гәзиттә һәм сайтыбыҙҙа көн һайын байтаҡ мәғлүмәт урынлаштырыла. Нисек өлгөрә ул? Һәр объектта булырға, кешеләр менән һөйләшергә, хәлдең айышына төшөнөргә һәм, иң мөһиме – тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә көс-ҡеүәтте ҡайҙан ала? Уның тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең ыңғай һөҙөмтәләрен бөтә ерҙә күрергә мөмкин.
“Ҡайҙалыр ябыла, ә беҙ асабыҙ!”
Был көндә Радий Фәрит улы Благовещен ҡалаһында “RAILGO” транспорт-экспедитор компанияһының етештереү майҙансығын асыуҙа ҡатнашты. Яңы сервис предприятиеһы тимер юлдың йөк вагондары өсөн тәгәрмәс парҙарын капиталь ремонтлау менән шөғөлләнәсәк икән.
– Мин һеҙгә яҡшы кәйеф менән килдем, ни өсөн икәне аңлашылалыр: ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ, күп урында етештереүҙең кәмеүе тураһында һөйләйҙәр, ә беҙ республикала яңы предприятие асабыҙ! – тине Радий Хәбиров, бындағы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр алдында сығыш яһап. – 200 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Беҙ компанияның Башҡортостанға артабан да инвестиция яһаясағы тураһында һөйләшеп килештек. Әле предприятиеның беренсе сиратын асабыҙ, артабан икенсеһе лә сафҡа инәсәк. Предприятиеның заманса булыуы, бында һәйбәт социаль шарттар тыуҙырылыуы бик мөһим. Уртаса эш хаҡы, мәҫәлән, 42 мең һум тәшкил итә.
Эйе, яңы объект асыу Рәсәйҙә йыш була торған хәл түгел. Бигерәк тә етештереү предприятиеһын, шуға күрә бындай ваҡиғаларҙы коллективтың ғына түгел, ә бөтә йәмәғәтселектең иҫендә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырышалар. Республика етәксеһе менән компанияның идара рәйесе Рахман Хәлилов етештереү процесын башларға тантаналы старт бирҙе, тәүге тәгәрмәс парына ҡултамғаларын ҡуйҙы. Бынан һуң Радий Фәрит улы дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бер нәмә лә көнө-сәғәте менән һәм анһат ҡына барлыҡҡа килмәй. Республика етәксеһе “RAILGO” менән күптән һөйләшеүҙәр алып бара ине. Һөҙөмтәлә былтыр яҙ компания юридик адресын Өфөгә күсерҙе һәм төбәктең төп һалым резиденттарының береһенә әүерелде. Ә июндә Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда ике яҡ та 20 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция ниәте тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы һәм уны тормошҡа ашырыуға тотондо. Мәҫәлән, тимер юлдың хәрәкәт составы паркын яңыртыу сиктәрендә компания 18 миллиард һумға 8 223 вагон-цистерна һатып алды. Был проект “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә хуплау тапты.
Әлеге осраҡта иһә инвестицияның дөйөм күләме 314 миллион һум тәшкил итәсәк. Айына 1 600 тәгәрмәс ремонтларға һәләтле предприятиены төҙөү проекты “Благовещен” өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Тәүгеһендә компания цехтарҙы үҙгәртеп ҡорҙо һәм йыһазландырҙы, эшләгәндәр өсөн бүлмәләр (сисенеп-кейенеү урыны, душ, медицина бүлеге) булдырылды, шулай уҡ завод урынлашҡан биләмә әҙер продукцияны һаҡлау өсөн яраҡлаштырылды.
Яҡшы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ
Шул уҡ көндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “АгроКомплекс” күргәҙмәһен асты. Республика Хөкүмәте күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы тыйһа ла, юғары әҙерлекле күргәҙмәне үткәрергә хәл ителде, сөнки уға илдең 30 төбәгенән 350-нән ашыу компания вәкиле килгәйне. Күргәҙмәнең яңы йүнәлештәренең береһе – урындағы фермерҙарҙың һәм ауыл хужалығы кооперативтарының, шулай уҡ республика агрокомпанияларының тауарҙарын берләштергән “Фермер продукттары йәрминкәһе”.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостан – илебеҙҙең алдынғы аграр төбәктәренең береһе, шуға ла күргәҙмәнең абруйы арта. “Был сараның аралашыу һәм тармаҡтағы иң яҡшы тәжрибәне үҙләштереү өсөн яҡшы мөмкинлек икәненә ышанам”, – тине республика Башлығы.
Форумда ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев та тәбрикләү ебәргәйне. Ул билдәләгәнсә, “Агрокомплекс” күргәҙмәһе заманса технологияларҙы күрһәтеү, шулай уҡ төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, алдынғы тәжрибәне уртаҡлашыу өсөн файҙалы майҙансыҡҡа әүерелде, бында иһә Башҡортостан кеүек үҫешкән төбәктәрҙең йоғонтоһо ҙур.
Был осраҡта ил етәкселеге тармаҡ алдына ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү иң мөһим мәсьәләләрҙең нисек үтәлешенә бәйле. Тимәк, ауыл хужалығында етештереү күләмен арттырыу һәм продукцияны тәрәнерәк эшкәртеү, логистика системаһын камиллаштырыу, яңы технологиялар индереүҙе һәм предприятиеларҙы яңыртыуҙы тиҙләтеү талаптары ҡуйыла. Башҡортостандың был көнүҙәк бурыстарҙы эҙмә-эҙлекле үтәй барасағына шик юҡ.
Радий Хәбиров продукция өлгөләре менән танышты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында төп тармаҡтарҙа эшләгән предприятиеларҙың экспозицияларын ҡараны. Бында ла республика етәксеһе төрлө компания вәкилдәре менән инвестиция проекттарын, дәүләт ярҙамы мөмкинлектәрен тикшереү форсатын ҡулдан ысҡындырманы. Ҡайһы бер предприятиеларҙы, мәҫәлән – Благовещендағы пилотһыҙ осоу аппараттары эшләп сығарған “ИДС Технологиялар” ғилми-етештереү предприятиеһын үҫтереү мәсьәләләрен Радий Хәбиров яҡын киләсәктә “Инвестиция сәғәт”тәрендә ҡарарға тәҡдим итте.
Ҡалтасыны ул Өфөнән дә күрә
Артабан, “АгроКомплекс”та ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Радий Фәрит улы күргәҙмәне асыу тантанаһында яңы етештереүҙе сафҡа индереү традицияһын башлап ебәреүен белдерҙе: видеобәйләнеш буйынса Ҡалтасы районындағы “Еңеү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт-тауар фермаһында һауыу ҡулайламаһы сафҡа индерелде. Компания 1 200 баш малға иҫәпләнгән ферма төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме — 2,3 миллиард һум. Комплексҡа эште юғары дәрәжәлә автоматлаштырыу хас, ә был иһә етештереү процестарында кеше ҡатнашыуының бик аҙ булыуына килтерә. Яҡын киләсәктә предприятиела 170 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Был проект та үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәне. “Инвестиция сәғәт”тәрендә ҡаралғандан һуң, республиканың Инвестиция комитетында хупланды. Ә Радий Фәрит улы, Ҡалтасы районына барып, ферма төҙөлөшө нисек барыуы менән танышып та ҡайтҡайны.
– Эшҡыуарҙарҙы, инвесторҙарҙы йәлеп иткәндә ныҡышмал булырға тырышам, улар менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға кәрәк. Мәҫәлән, көтмәгәндә бюрократик ҡатмарлыҡ килеп сығыуы бар, беҙ тап ошо мәлдә ярҙам итергә тейеш. Был тәңгәлдә күңелһеҙ осраҡтар ҙа бар: эшҡыуарҙарға урынһыҙ штрафтар менән янап, тикшереү ойоштороп, уларҙың эштәренә ҡамасаулағандар етерлек. Тап шундай проблемалы осраҡтарҙа уларҙы бизнес-шериф яҡлаша, закондар буйынса аңлатмалар яһарға ла тейеш, – тигәйне Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында бөтә республиканан йыйылған бизнес-шерифтар менән осрашҡанда.
Ә Йылайыр районында үҙенең эш сәфәре барышында Урал аръяғы йәштәре активы менән осрашыуында әйткән һүҙҙәре буласаҡ белгестәрҙең күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡалғандыр:
– Мәскәүҙә эшләгән һәм йәшәгән йылдарҙа үҙ халҡыма хеҙмәт итеү, тыуған республикама бөтә көсөмдө биреү теләге ҙур ине. Ниһайәт, ошондай мөмкинлек тыуҙы, – тине Радий Хәбиров. – Мин Башҡортостанға гәп һатырға һәм ресторандар буйлап йөрөргә ҡайтманым. Мин бында эш менән шөғөлләнәм. Нимәлер килеп сыға, нимәлер юҡ, ләкин һайлаған йүнәлешебеҙ республикаға файҙа килтерер, тип ышанам. Барыһы ла тормошҡа ашыр!