Иҡтисад
20 Марта 2020, 08:23

Иғәнә өсөн ҡайтарма алырға онотмағыҙ

Хеҙмәткәр эш биреүсеһе аша иғәнә түләргә теләһә, хеҙмәт хаҡынан аҡсалата һәм проценттарҙа күпме тотоп ҡалыу кәрәклеген күрһәтеп, бухгалтерияға ғариза яҙырға тейеш.

Хеҙмәткәр эш биреүсеһе аша иғәнә түләргә теләһә, хеҙмәт хаҡынан аҡсалата һәм проценттарҙа күпме тотоп ҡалыу кәрәклеген күрһәтеп, бухгалтерияға ғариза яҙырға тейеш.


Шуны хәтергә һалып ҡуйығыҙ: буласаҡ пенсионер иғәнәне ниндәй ысул менән түләһә лә, күсерелгән аҡса күләменән һалым ҡайтармаһы алырға хоҡуҡлы, сөнки пенсияның тупланма өлөшөн берлектә финанслау программаһы буйынса түләүҙәргә һалым һалынмай.
Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, буласаҡ пенсияға аҡсаның нисек тупланыуын фондтың сайтындағы йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша күҙәтергә мөмкин. Унда бөтә мәғлүмәттәр: граждан күсергән һәм дәүләт финанслаған аҡса, алынған инвестиция килеме сағыла. Был мәғлүмәтте Пенсия фонды бүлексәһенән йәки күп йүнәлешле дәүләт хеҙмәттәре үҙәгенән алырға була.
Читайте нас