Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Башҡортостандың сауҙа келәттәрендә ике аҙналыҡ аҙыҡ-түлек запасы, ә сеймал буйынса төбәктең ярты йыллыҡ һаҡламы бар, сентябрь-октябрь айҙарында инде яңы уңыш өлгөрәсәк, халыҡҡа хәүефләнергә урын юҡ, тип белдерҙе. Ә инде ҙур ҡалаларҙа магазин кәштәләренең бер аҙ бушап ҡалыуының сәбәбен, халыҡтың ҡапыл әүҙемләшеүе менән аңлатты. Сауҙа кәштәләре нисек тиҙ бушай, шундай уҡ тиҙлек менән уны яңынан тултырып торалар – был хәл үҙе үк аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясағын сағылдыра.
– Етештереү ҡеүәте тулыһынса ҡулланылмауын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Шишмә һөт заводы көн һайын 60 тоннаға тиклем продукция етештерә ала, ә әлеге көндө улар бары 25 тонна һөт ризыҡтары сығара. Республика халҡы үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең тауарҙарын күберәк һатып алыр, тип көтәбеҙ. Апрелдә ҡарабойҙайҙы сәсеү майҙандарын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ, был иһә ике-өс йылға уның һаҡламын булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ әле ҙур ихтыяж булған ужым арышы өсөн майҙанды ла күберәк әҙерләйәсәкбеҙ.
Бөгөн аҙыҡ-түлеккә хаҡты арттырыуға нигеҙ юҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер намыҫһыҙ, алдан күрә белмәгән эшҡыуарҙар коронавирус таралыуға бәйле хәл менән уйнап, байып ҡалырға тырышыр. Тик бындай осраҡтарҙа көс стуктуралары шунда уҡ ҡаты сара күрәсәк. Продукция сифаты ла даими күҙәтелеп тора, – тине Илшат Фәзрахманов.