Иҡтисад
1 Апреля 2020, 11:30

Һеҙгә аҙыҡ-түлекте килтереп бирәсәктәр

Дөйөм үҙаллы изоляция шарттарында Өфө кешеләре аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарҙы өйгә килтереп биреүгә заказ ҡалдыра ала.

Дөйөм үҙаллы изоляция шарттарында Өфө кешеләре аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарҙы өйгә килтереп биреүгә заказ ҡалдыра ала.
Бөтә Башҡортостан халҡына йәшәгән урыны буйынса үҙаллы изоляцияға китеү тураһындағы Указ 31 марттың 20.00 сәғәтенән ғәмәлгә инде. Уға ярашлы өйҙән тик кисектергеһеҙ осраҡтарҙа ғына сығырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлек һәм тауарҙарҙы өйгә килтереп биреү хеҙмәттәре үҙаллы изоляция шарттарында ла эшләүен дауам итә. Ошо һылтанма буйынса https://ufacity.info/upload/iblock/eaa/eaa0d094ca452fe4783a0f44c7407ad0.pdf бының менән шөғөлләнгән ойошмалар һәм уларҙың эш графигы менән танышырға мөмкин.
Хөрмәтле предприятие һәм ойошма етәкселәре! Әгәр һеҙ үҙегеҙҙең предприятиеғыҙҙы әлеге исемлеккә индерергә теләһәгеҙ, 279-05-58 һәм 279-05-75 телефондары буйынса шылтыратырға, йәки upr@ufacity.info электрон адресына яҙырға мөмкин.
Фото: ufacity.info
Читайте нас