Иҡтисад
3 Апреля 2020, 09:58

Ер аҫтында ниҙәр бар?

Был һорауға аныҡ яуапты “Башҡортостан геология үҙәге” генә белә.

Үткән быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында романтикаға һыуһаған йәштәрҙең геология менән бәйле профессияларға хөрмәтле һәм ҡыҙыҡһыныулы мөнәсәбәте билдәле. Ул саҡта ҙур популярлыҡ ҡаҙанған йырҙар бөгөн һирәк яңғыраһа ла, өлкәнерәк быуындың хәтерендә был юҡһыныу тойғоһо һүрелмәгән әле. Ә бит был һөнәрҙәр әле лә бар, еңел булмаған өлкәне үҙ итеүселәр беҙҙең республикала ла етерлек. Һеҙҙе ер аҫты һыуҙарын разведкалау, проектлау һәм файҙаланыу эштәрен үҙ өҫтөнә алған компанияларҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.


“Башҡортостан геология үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коллективы ҙур түгел – ни бары утыҙға яҡын кеше эшләй. Әммә эштәренең ҡатмарлылығы, Рәсәй һәм ал­дынғы сит илдәр технологияларын производствоға ҡыйыу индереү, юғары сифатлы эш башҡарыу оҫталығы менән күптәргә өлгө. Уның тотороҡло эшләүенә тейешле күләмдә автопаркы, машина һәм быраулау техникаһы, иң мөһиме, компа­нияның ҙур тәжрибәгә эйә булыуы ярҙам итә. “Иң төп ресур­сыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ – квалификациялы кадрҙар – геологтар, гидрогеологтар, геофизиктар”, – ти “Башҡортостан геология үҙәге” компанияһының башҡарма директоры Руслан Саяхлислам улы Хафизов.
Компания өс төп йүнәлештә эшләй: геологик разведкалау, гидрогеология эштәре һәм инженер эҙләнеүҙәр. Быраулау эш­тәре ҡатмарлы шарттарҙа, тау­ҙарҙа, тау итәктәрендә һәм йыл­ға, күл буйҙарында башҡарыла. Яңы технологиялар ярҙамында төрлө конструкциялы бер нисә мең скважина бырауланған.
Компания эшмәкәрлегендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу таратыуҙың бик күп схемалары, меңәрләгән проект ҡарары, бер нисә йөҙ ыңғай, сифатлы гидрогеологик һығымтаһы менән хаҡлы ғорурлана ала. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өсөн лицензия алыуға ярҙам итеүҙән тыш, тиҫтәләгән проекттарҙы эшләргә, раҫларға һәм экспертиза үткәрергә булышлыҡ иткән белгестәр. Мәҫәлән, санитар һаҡлау зоналарын ойоштороу, скважиналар быраулау, һыу алыу урындарын проектлауҙы ҙур уңыш менән башҡара берҙәм коллектив.
Сафтан сыҡҡан һыу алыу скважиналарын ашығыс рәүеш­тә ремонтлау һәм хеҙмәт­лән­дереү ҙә ошо булдыҡлы егеттәр өҫтөндә. Иҫкеләрен һүтеп алыу, һыу системаһын һәм яңы насос ҡорамалдарын урынлаштырыу эшен дә улар ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. “Башгеолүҙәк” йәмғиәтенең девизы – “Сифаттан да мөһимерәк нәмә юҡ!” Ә бының нигеҙендә яуап­лылыҡ һәм тырышлыҡ ята. Үҙҙәренең абруйын һаҡлай белгән, ҡул­ланыусыларҙың ышанысын аҡлауҙы мөҡәддәс бурысы һанаған компания ғына ошондай девиз менән йәшәй ала. Заказдарҙың күп булыуы ла уларҙы ҡурҡытмай.

– Беҙҙең клиенттар араһында, юридик берәмек һәм шәхси ке­шеләрҙән тыш, эшҡыуарҙар ҙа бар. Һәр кем менән эшлекле һөйләшеүгә әҙербеҙ, – ти Руслан Хафизов. – Үткән быуаттың 60-сы йылдарында бырауланған скважиналар тураһында бөтә архив мәғлүмәттәрен дә һаҡ­лайбыҙ, сөнки тупланған тәжри­бәнең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡы­лыҡтарын разведкалау күп кенә ҡатмарлы тикшеренеү эштәрен үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, геолог-разведкалау йүнәлешен алайыҡ. Һеҙҙең район биләмәһендә инвестиция проектын йәлеп итеү өсөн сеймал базаһы төҙөү, файҙалы ҡаҙылмалар запасын (ҡырсын, балсыҡ, ҡом һ.б.) иҫәпләп, геологик проекттар төҙөү талап ителһә, тап беҙҙең үҙәк һеҙгә ярҙам итә ала. Был эштәрҙе бары дәүләт лицен­зияһы булған, махсуслаш­тырылған ойошма ғына башҡарыу хоҡуғына эйә.
Файҙалы ҡаҙылмалар күлә­мен билдәләү бер нисә бурысты хәл итергә мөмкинлек тыуҙыра. Ҡаҙылмаларҙың тибы, сорты, сәнәғәт өсөн әһәмиәте билдәләнә. Ошо мәғлүмәттәрҙән сығып, инвесторҙар менән һөйләшеү барышында бизнес-план төҙөлә. Бөтә башҡарылған эш мотлаҡ экспертиза үтә, проект докумен­тацияһын төҙөү бурысы, әйт­кәнебеҙсә, лицензияға эйә булған ойошмаға ғына ышанып тапшырыла. Был процедура етди теоретик нигеҙ талап итә, ятҡылыҡтар күләмен аныҡ билдәләү маҡсатында төрлө ысулдар ҡулланыла. Бөтә саралар инженер-геологик йәки экологик тикшеренеүҙәргә ярашлы ғәмәлдәге стандарттар һәм нормалар нигеҙендә үткәрелә.
Белгестәрҙең юғары квалификациялы һәм ҡеүәтле ҡора­малдарҙың етерлек булыуы бөтә эш комплексын ваҡытында те­үәл үтәргә мөмкинлек бирә. Геологик тикшеренеүҙәрҙә туп­ланған ҙур тәжрибә, эш срогын ҡыҫҡартыуҙан тыш, хеҙмәткә хаҡтарҙы ла кәметә. Гидрогеологик эштәр күп төрлө: ер аҫты һыуҙары запасын билдәләү, һыу алыу урынының техник проектын әҙерләү, һыу ятҡылыҡ­тарын үҙләштереү, скважина павильондары төҙөү, насостар урынлаштырыу, һыу үткәргесен һалыу, һыу запасын иҫәпләү һәм башҡа осһоҙ-ҡы­рыйһыҙ, эреле-ваҡлы мәшәҡәттәр...
Һыу запасын билдәләү – үҙе ҡатмарлы процесс: биләмәнең геотөҙөлөшөн һәм гидрогеологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға, скважиналарҙы фильтр­ларға, санитар зоналар сиктәрен билдәләргә һәм башҡа мәшә­ҡәттәрҙе атҡарырға кәрәк. Алынған күрһәткестәр 25 йыл дауамында рәсми мәғлүмәт тип иҫәпләнә.
Инженер-гидрометеорологик тикшеренеүҙәр биләмәләге гидрологик үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү буйынса эш комплексын үҙ эсе­нә ала. Ул – төҙөлөш, һыу аҫ­тында скважиналар быраулау алдынан эшләнеүсе геологик проекттың мөһим өлөшө.

Инженер-гидрометеорологик тикшеренеүҙәр тамамланғас, билдәләнгән участкала төҙө­лөштөң маҡсатҡа яраш­лы­лығын нигеҙләргә форсат тыуа. Ҡайһы саҡта кире факторҙар шул тиклем күп була, был урында объектты төҙөү бөтөнләй мөмкин түгеллеге асыҡлана йә иһә иҡтисади яҡтан маҡсатҡа яраҡһыҙ тип табыла. Ҡатмарлы тикшеренеүҙәр ошоға тиклем тупланған бөтә мәғлүмәтте өйрәнеү, районды төплө тик­шереү, һыу объекттарын күҙә­теү, хәүефле факторҙарҙы иҫәпкә алыу, отчет төҙөү кеүек мәшәҡәттәр менән бергә бара.
Бурыстар ҡатмарлы, әммә беҙ уларҙы яратып, тырышлыҡ менән эшләргә күнеккәнбеҙ. Бөтә мәғлүмәттәр менән сайтта таныша, кәңәшләшә алаһығыҙ. Компания иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән, артабан да һынатмаясаҡбыҙ.
5 апрель – Геологтар көнө. Ошо күркәм байрам менән рес­публиканың төрлө мөйөшөндә ең һыҙғанып эшләгән коллегаларымды ысын күңелдән ҡотлайым. Йортоғоҙға именлек, үҙегеҙгә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек теләйем. Республикабыҙҙың сәскә атыуы өсөн һалған тырыш­лығығыҙ, алһыҙ-ялһыҙ фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!


ООО “Башгеолцентр”

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Дыуан бульвары, 29.

Эш көндәрендә 8.30–17.00 сәғәттәрҙә ҡабул итәбеҙ.

Тел.: +7 (347) 268 00 44, +7 (927) 08 09 008 Руслан Саяхлислам улы. Беҙҙең сайт: bashgeolcenter.ru

Эл. адрес: bgc_rb@mail.ru
Читайте нас