Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өс яңы индустриаль парк, аныҡлабыраҡ әйткәндә, “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә сафҡа инәсәк майҙаны 20 мең квадрат метрға тиң етештереү комплексы төҙөлөшө, бөгөн унда башланған эштәр хаҡында хәбәр итте.
“Әлеге ҡатмарлы мәлдә, коронавирус хәүефе иҡтисадҡа ни тиклем насар йоғонто яһауға ҡарамаҫтан, беҙ үҫешергә тейешбеҙ тигән маҡсат менән йәшәйбеҙ. Яңы эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән проекттар буйынса эште бер секундҡа ла туҡтатманыҡ. Асылда, бында һүҙ өс яңы индустриаль парк тураһында бара. Шуға күрә төҙөлөш буйынса барлыҡ эштәрҙе, шул иҫәптән “Өфө” паркында башҡарылғанын да, киләсәккә индерелгән өлөш тип иҫәпләйбеҙ.
Бөгөн бында яңы етештереү комплексы төҙөлөшө урынында нығытмалар яһала башланы. Ул етештереү секторы өсөн бизнес-үҙәк буласаҡ. Бындағы 20 мең квадрат метр майҙанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары урынлашасаҡ. Газ, яҡтылыҡ, тейешле ҡеүәттәге электр уты, туҡталҡа, хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана, хатта ял өсөн бәләкәй генә парк – барыһы ла булдырыласаҡ. Эшҡыуарға килергә, үҙенең станогын розеткаға тоташтырырға һәм эш башларға ғына ҡала.
Индустриаль парк тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән файҙаланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһына мөрәжәғәт итеп, эш башлауға әҙер предприятиены урынлаштырыу шарттарын (ҡуртым хаҡы, етештереүҙең техник асылы, талап ителгән майҙан) килешергә кәрәк”, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.