Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Сәнәғәт сәғәте”н онлайн режимда үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика етештереүселәре үҫеше мөмкинлектәрен тикшерҙе. Шулай уҡ иҡтисадтағы кире йүнәлештәр һәм коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында предприятиеларға ярҙам саралары ҡаралды.
“ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Алексей Долгушин юғары технологиялы эшкәртеү ҡорамалдары, шулай уҡ станоктар төҙөү өсөн компоненттар етештереүҙе арттырыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Быға тиклем сығарылған продукцияны Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә, шул иҫәптән Samsung корпорацияһына ла һатҡандар. Тик “Промсвязь” Өфө заводы ябылыу сәбәпле, етештереү бер ни тиклем ваҡытҡа кисектереп торолған. Уларҙың предприятиеһы ошо завод майҙанында урынлашҡан булған икән. Эште тулы кимәлдә башлау өсөн һалым түләүҙәрен кисектереү, ташламалы кредитлау һәм тауарҙы республика баҙарында һатыуҙа ярҙам кәрәк.
Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм Мәғариф министрлыҡтарына мәктәп һәм һөнәри колледждарға технологик дисциплиналар буйынса дәрестәр үткәреү өсөн уларҙы станоктар менән тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостанда етештерелгән юғары технологиялы ҡорамалдарҙы һатып алыу өсөн субсидияларҙы арттырыу мөмкинлеген ҡараны.
Иглин үлсәү заводының етештереү комплексын модернизациялау кәрәклеге тураһында уның генераль директоры Владимир Соловьев белдерҙе. Һуңғы бер нисә йыл эсендә предприятиеның төп тауары – механик үлсәүҙәргә – ихтыяж бик кәмегән. Коллектив өҫтәмә рәүештә ҡаты яғыулыҡлы йылытыу ҡаҙанлыҡтары һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар эшләргә өйрәнгән. Тик артабанғы диверсификация өсөн цехтарҙы ремонтларға, иҫкергән ҡорамалдарҙы яңыртырға һәм етештерелгән тауарҙы һатыуҙа ярҙам кәрәк.
– Әйҙәгеҙ бергәләп был хәлде тикшерәйек, предприятиеға тотороҡло эшләй башларға ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был - иҡтисадҡа ла ярҙам, көрсөккә ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырғанда идарасы команданың тәжрибәһен һынау өсөн дә яҡшы мөмкинлек.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар дезинфекция саралары етештергән ике республика проектын да ҡараны. Уларҙың беренсеһе “Рост” НПП-һында тормошҡа ашырыла. Бында төрлө концентрациялы водород перекисын эшләйҙәр. Етештереүҙе киңәйтеү һәм башҡа төбәктәр баҙарына сығыу буйынса пландары бар.
Икенсе проект “Фабрик Косметик” компанияһы етештереүен диверсификациялауға бәйле. Улар парфюмер тауарҙары, көнкүреш химияһы һәм косметика етештерә. Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, компания антисептиктар сығара башлаған, тик һауыт һәм сеймал дефициты проблемаһы килеп тыуған.
– Беҙ, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлауға һәм бөгөнгө еңел булмаған шарттарҙа социаль тармаҡҡа бәйле проекттарға ярҙам итергә әҙербеҙ. Тик шуны ла аңларға кәрәк, был предприятиелар һығылмалы булырға һәм инфекция таралыу ҡурҡынысы бөткәс, уларҙа тауарҙың күләмен яңынан барлау мөмкинлеге булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.