Республикала донъя иҡтисадындағы көрсөк шарттарында экспорт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса видеоконференция элемтәһе тәртибендә кәңәшмәләр даими уҙғарыла.
Ошо көндәрҙә Рәсәй экспорт үҙәге вице-президенты Алексей Кожевников етәкселегендә ошондай сара үтте. Башҡортостандан унда Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева, уның урынбаҫары Лена Изотова, республика Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов һәм Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфөләге айырымланған подразделениеһы етәксеһе Ренат Мәнәпов ҡатнашты. Кәңәшмәлә донъялағы киҫкен эпидемиологик шарттарҙа экспортлаусы предприятиеларҙың көнүҙәк проблемалары тикшерелде. Продукцияны сит илдәргә ташығанда компанияларҙың сығымын субсидиялау рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдары тураһында ла һүҙ барҙы.
Мәғлүм булыуынса, төбәктә ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, шулай уҡ “Башҡортостанда экспортты үҫтереү” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” төбәк проекттары тормошҡа ашырыла. Әлеге кәңәшмәлә Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре республикабыҙҙы сит ил компанияһының һорауы буйынса тәьминәтсе табылған һәм продукция ташыуға килешеү төҙөлгән төбәк булараҡ билдәләне.
Фото: foreign.bashkortostan.ru