Иҡтисад
13 Апреля 2020, 14:45

Соҡорҙар ҡасан бөтөр?

- Мин 15 апрелгә тиклем соҡорҙарҙы һанлаштырыуҙы, ә 15 июнгә ремонтты тамамларға ҡушҡайным. Шуға 15 майҙа планлаштырылған эштәрҙең яртыһын тамамлау тураһында отчет көтәм, - тине Радий Хәбиров.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу темаһы ҡаралды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был эш 15 апрелгә тиклем тамамланырға тейеш.
– Был беҙҙең кешеләр өсөн бик нескә тема. Ҡар иреү менән юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килә, кешеләр машинаһын емерә, – тине ул. – Шуға күрә юлдарҙы ремонтлау мөһим бурыстарҙың береһе. Былтыр был эште һанлаштырыу бик уңышлы булманы.
Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумкин Юл инфраструктураһы өлкәһендә контроль һәм эштәрҙе планлаштырыу системаһын тәҡдим итте. Был система республика юлдарындағы һәм ихаталарындағы соҡорҙарҙы һанлаштырырға ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта системаға 61 мең юл хужалығы объекты тураһында мәғлүмәт индерелгән. Һәр соҡор буйынса дефекттар карточкаһы булдырылған, унда соҡорҙоң ҡасан асыҡланыуы, геометкаһы, тәрәнлеге, уны асыҡлаған хеҙмәткәр тураһында мәғлүмәттәр бар.
– Был система профессионалдар өсөн. Уны һәр кеше өсөн уңайлы сервисҡа әйләндерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев соҡорҙарҙы ремонтлау һәм туҙған ҡатламдарҙы тергеҙеү хаҡтары буйынса сағыштырмаса анализ күрһәткестәрен еткерҙе. Шулай, асфальттың иҫкергән ҡатламын фрезеровкалау менән тергеҙеү ысулы сығымды 26 процентҡа кәметәсәк һәм ике-дүрт йылға бында ремонт яһау талап ителмәйәсәк.
– Һандар һәйбәт. Был процестарҙы эшкә ҡушығыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Мин 15 апрелгә тиклем соҡорҙарҙы һанлаштырыуҙы, ә 15 июнгә ремонтты тамамларға ҡушҡайным. Шуға 15 майҙа планлаштырылған эштәрҙең яртыһын тамамлау тураһында отчет көтәм.
Фото: yandex.com
Читайте нас