Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Бөрө районында эш сәфәрендә булды. Ул юл ремонтлау, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеше менән танышты.
Былтыр Бөрөнөң тарихи үҙәген яңыртыу проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны. Атап әйткәндә, ул ҡалалағы үҙәк майҙандарҙы реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Эштең дөйөм хаҡы 178 миллион һум тәшкил итә, шуның 75 миллионы – федераль грант аҡсаһы.
Әле бында әҙерлек эштәре, ҡоролмаларҙы һүтеү, инженерлыҡ селтәрҙәрен, шул иҫәптән майҙандағы фонтанға канализация селтәрен монтажлау бара. Биләмәне 1 сентябргә асыу күҙаллана. Радий Хәбиров Бөрөнөң яңыртылған үҙәген мотлаҡ килеп күрергә вәғәҙә итте.
Республика етәксеһе ҡаланың Цюрупа урамында булды. Бындағы юлға капиталь ремонт талап ителә. Халыҡтың ошо мәсьәлә буйынса социаль селтәр аша йыш мөрәжәғәт итеүен “Инцидент” системаһы теркәгән. Район хакимиәте башлығы Антон Талалов әйтеүенсә, быйыл юл мотлаҡ төҙөкләндереләсәк, был маҡсатҡа аҡса бүленгән. Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа ремонт барышын һәм сифатын контролдә тоторға ҡушты.
Бөрөлә төбәк Башлығы “Квинтет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды. Йәмғиәтте ағалы-ҡустылы Макеровтар ойошторған. Компания балалар майҙансыҡтары өсөн комплектлаусылар, туҡталыш павильондары, башҡа металл һәм ағас әйберҙәр сығара. Радий Хәбиров продукция өлгөләрен ҡарап сыҡты, улар республика, шулай уҡ Рәсәй баҙарҙарында ла конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә, тип билдәләне. Эшҡыуарҙар балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү йәһәтенән “Башҡортостан ихаталары” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Киләсәктә улар етештереүҙе киңәйтергә, халыҡ кәсептәре әйберҙәрен сығарыу өсөн ағас эшкәртеү цехы асырға ниәтләй.
"Бөрө эшҡыуарҙары менән аралашыуҙан күңел күтәрелеп китте. Бер нисә егет берләшеп, бик ҡыҙыҡлы һәм республика өсөн кәрәкле продукция етештерә. Тормош дауам итә, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, эш сәфәрҙәре республиканың нисек йәшәүе, уның тын алышы менән туранан-тура танышыу мөмкинлеген бирә. Әлбиттә, әлеге шарттарҙа урындағы халыҡты артыҡ борсомаҫ өсөн уларҙы кәметергә тура килде. Шулай ҙа бындай сәфәрҙәр барышында кешеләр менән аралашыуҙан артабанғы эш өсөн көс-ҡеүәт алам".