Иҡтисад
18 Апреля 2020, 19:20

Ни хәлдәһегеҙ, Өфө ҡалаһы һәм районы?

Скверға легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны, генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры Мөғин Нагаевтың исемен бирергә тәҡдим ителде.

18 апрелдә республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы һәм районына эш сәфәре барышында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм “Өфө” индустриаль паркын үҫтереү мөмкинлеге менән танышты.
Колгуев биҫтәһендә төбәк Башлығы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы, йәмәғәтселек вәкиле Вил Төхвәтуллин менән биләмәне үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Әүҙемсе 160-сы лицейҙан алыҫ түгел урынлашҡан скверҙы төҙөкләндереп, уға легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны, генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры, күрше йортта йәшәгән Мөғин Нагаевтың исемен бирергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был идеяны хупланы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә биҫтәне төҙөкләндереү планында был тәҡдимде иҫәпкә алырға ҡушты.
Баш ҡаланың Калинин районында республика Башлығы “Беренсе Май” паркын реконструкциялау барышын ҡарап сыҡты. Эштең тәүге этабында быуаны таҙартып тәрәнәйткәндәр, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юлды төҙөкләндергәндәр, үҫентеләр ултыртҡандар, яҡтыртҡыстар ҡуйғандар. Тиҙҙән спорт һәм күңел асыу майҙансыҡтары, Йәштәр аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Паркты төҙөкләндереүҙе быйыл тамамларға ниәтләйҙәр.
“Өфө” индустриаль паркын артабан үҫтереү республикала эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Парк Шаҡша биҫтәһе янында урынлашҡан. Әле бында 15 резидент эшләй. Уларҙа 650 эш урыны булдырыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Өфө” индустриаль паркы резиденттарының береһе – шәхси эшҡыуар Илгиз Нафиҡовтың етештереү майҙансығында булды. Предприятие өрөп тултырыла торған кәмәләр өсөн клапандар сығара. Парк биләмәһенә компания 2017 йылда күсеп килгән. Эшҡыуар бында үҙенең бинаһын төҙөгән. Һөҙөмтәлә етештереү ярайһы уҡ киңәйтелгән. Проектҡа 40 миллион һум самаһы инвестиция һалынған. Әле предприятиела 33 кеше эшләй.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас