Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районында булып, төбәк өсөн мөһим инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған төрлө тармаҡ предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты.
Прибельский ауылында республика етәксеһе Ҡарлыман һөт-консерва комбинатында булды. Бынан 69 йыл элек асылған комбинат Башҡортостандың аҙыҡ-түлек индустрияһында бай тәжрибәгә һәм тарихҡа эйә предприятиеларҙан һанала. Бөгөн унда 150 кеше эшләй, тәүлегенә 40 тонна сеймал эшкәртелә, 60 төрлө продукция етештерелә. Әйткәндәй, Ҡарлыманда сығарылған ҡайһы бер продукттар 23 апрелдә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә таратыласаҡ аҙыҡ-түлек тупланмаларына ла индерелгән.
Предприятиеның генераль директоры Александр Кулимбетов барлыҡ эш процесының санитар ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи рәүештә һаҡлап башҡарылыуын билдәләне.
“Республиканың билдәле предприятиеларының береһе төрлө үҙгәрештәрҙән, милекселәр алмашыныуҙан торған ҡатмарлы юл үтте. Ниһайәт, беҙ уның эшмәкәрлеген тотороҡландыра алдыҡ”, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ комбинат вәкилдәрен киләһе “Инвестсәғәт”тәрҙең береһендә ҡатнашырға саҡырҙы.
Олокүл ауылында Башҡортостан Башлығы дезинфикация саралары етештереүгә махсуслашҡан "Дэлекса” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Директор Дмитрий Колязов етештереү биләмәһен, эш барышын күрһәтеп, һуңғы осорҙа заказдарҙың һиҙелерлек артыуын билдәләне. Был инвестиция проектына һалынған сумма – яҡынса 20 миллион һум. Төбәк Башлығы “Сәнәғәт сәғәне”ндә предприятие етәкселеге ҡатнашлығында проектҡа булышлыҡ итеү варианттарын ҡарарға ҡушты.
Ҡабаҡ ауылында төбәк етәксеһе “Кировец-Уфа” предприятиеһын төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән танышты. Ул тракторҙарҙы хеҙмәтләндереү, ремонтлау һәм үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү буйынса махсуслашасаҡ. Эшҡыуар Радик Хафизовтың башланғысы үткән аҙналағы “Инвестсәғәт”тә ҡаралып, раҫланған. Буласаҡ завод урынында әле үк монтаж эштәре башланған. Алдан төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, 1 июлдә бында нефть тармағы өсөн тәүге агрегаттарҙы сығарырға иҫәп тоталар.
“Республикала, Бүздәктә, әлеге ише ремонт-механика заводы төҙөү ынтылышы булғайны. Тик унда ниңәлер килеп сыҡманы. Шуға күрә беҙ килеп тыуған проблемаларҙы яйға һалыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ. Һәм, әлбиттә, продукцияны һатыу хаҡында ла уйларға кәрәк. Ундай техникаға ауыл хужалығында ихтыяж булыр, тип уйлайым”, – тине Радий Хәбиров.