Иҡтисад
21 Апреля 2020, 12:10

Рәсми теркәлмәй эшләһәң, үҙең ғәйепле

Әгәр ҙә рәсми теркәлмәй эшләһәң, хеҙмәт урыныңды юғалтҡан осраҡта дәүләт ярҙамы булмаясаҡ. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәргән брифингта билдәле булды.

Әгәр ҙә рәсми теркәлмәй эшләһәң, хеҙмәт урыныңды юғалтҡан осраҡта дәүләт ярҙамы булмаясаҡ. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәргән брифингта билдәле булды.


Брифинг халыҡты социаль яҡлау буйынса тәү сираттағы сараларға арналғайны. “Һоро” эш хаҡына баштан уҡ риза булырға ярамай. Тәүҙә аҡсаны конвертта алыуҙың бер зыяны ла юҡ һымаҡ күренәлер, ләкин бөгөн килеп ундайҙар үҙҙәренең эш хаҡын иҫбатлай алмайҙар, тине кәңәшмәлә министрлыҡ вәкилдәре. Дөрөҫ, был осраҡта эшһеҙ булып рәсми теркәлә алмағандар аҙ килемле граждандарҙың хоҡуғынан файҙалана ала – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе өсөн түләүҙә субсидия бирелергә мөмкин.


Былтыр Башҡортостанда эшһеҙҙәр 83,6 мең кеше тәшкил итте. 2020 йылдың 1 ғинуарына мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә 18,3 мең кеше булды, 16,5 мең граждан эшһеҙлек буйынса пособие ала ине.


Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, бөгөн республикала 5 246 кешегә эшһеҙ ҡалыу хәүефе янай.


– Шуға иғтибарҙы йүнәлтергә теләйем: был ошо кешеләр бөгөн-иртәгә үк эштән китәсәк тигәнде аңлатмай, – тине ул. – Хеҙмәт килешеүенең шарттары ике айҙан ғына үҙгәртелә, йәғни, ҡануниәткә ярашлы, ошо хеҙмәткәрҙәрҙе ике ай алдан иҫкәртергә кәрәк, шул иҫәптән – тулы булмаған эш көнөнә күсеү тураһында ла.


Быйылғы тәүге ике айҙа, республикала ойошманы ябыу йәки штатты кәметеү сәбәпле, 1 338 кеше эштән китергә мәжбүр булған. Шуларҙың 119-ына яңы хеҙмәт урыны бирелгән, 33 гражданға пенсия тәғәйенләнгән.

Читайте нас