Иҡтисад
24 Апрель 2020, 08:24

Һабанда һайрашмаһаң...

Яҙғы баҫыу эштәренә етди әҙерлек бара.

Ер кешеһе өсөн ҡыҙыу мәл яҡынлаша. Көндәр бер аҙ йылыныу менән улар баҫыуға ер тырматырға, аҙаҡ сәсеүгә төшәсәк. Әле хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәрен юғары әҙерлек менән ҡаршы алыу өсөн техниканың төҙөклөгө тикшерелә, яғыулыҡ-майлау материалдары туплана, орлоҡ ағыулана.
Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан “Р.И. Ишмуллин” крәҫтиән (фермер) хужалығы ла иң яуаплы миҙгелде юғары әҙерлек менән ҡаршылай. Радик Исҡужа улы етәкселегендәге фермер хужалығы – төбәктә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнгән, үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған ҙур предприятиеларҙың береһе. Әле яңы миҙгелгә матди-техник база яңыртылған: ҡеүәтле К-700 тракторы һәм сәсеү агрегаты менән тулыланған. Шулай уҡ сәсеү өсөн кәрәкле башҡа техниканы ремонтлау үҙ ваҡытында башҡарылған, шун­лыҡтан татлыбайҙар районда тәүгеләрҙән булып техника-агрегаттарын әҙерлек һыҙығына баҫтырған. Ремонт эштәрендә механизаторҙар Ғәлим Юламанов, Ислам Биктимеров, иретеп йәбештереүсе Азат Ҡунаҡҡолов, сәскестәрҙе әҙерлек һыҙығына баҫтырыуҙа Илдар Юланов, Рауил Сәғитов, Ғәйфулла Кинйәбаев һынатмай.
Радик Ишмуллин белдереүенсә, быйыл хужалыҡ алдында 770 гектар майҙанда иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеү бурысы тора. Шуның 342 гектарын арпа, 200 гектарҙа бойҙай, 100 гектарында һоло һәм 58 гектарҙа кәрешкә-һоло һәм ҡалғанын аҡтамыр (пырей) тәшкил итәсәк.
Уңыштың төп сифаты орлоҡтан булыуын һәр фермер яҡшы аңлай, шуға күрә орлоҡ фонды былтыр көҙ үк етәрлек күләмдә тупланған. Шул уҡ ваҡытта сорт яңыртыу маҡсатында төбәктең тәбиғәт шарттарына тап килгән беренсе репродукциялы һоло орлоғо һатып алынған.
Яҙғы баҫыу эштәренә ике берәмек “К-700” һәм 1 “Т-4А” тракторҙары менән өс ҡамыл сәскесе йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, КТС-7 агрегаты һәм каток, башҡа агрегаттар әҙерләнгән. Механизатор­ҙарҙың барыһы да медицина тикшереүе үткән. Көндәр йылыныу менән улар баҫыуға юл тотасаҡ.
– Ергә, тупраҡҡа ҡарата мәрхәмәтле булғанда ғына, ул да һиңә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап ҡайтара, шуға күрә мин ерҙең уңдырышлылығын күтәреүгә, баҫыуҙарҙы һаҡлауға айырым иғтибар бирәм, – ти эшҡыуар Радик Исҡужа улы.
Әйткәндәй, былтыр көҙ фермер баҫыуҙың 80 гектарына органик ашлама сығарған, сәсеү майҙандары кәртәләп алынған. Хужалыҡтың уңған етәксеһе үҙенең тырыш коллективы менән яуаплы миҙгелде юғары кимәлдә башҡарып сығасағына ышаныс ҙур. Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғыра­шырһың, ти халыҡ мәҡәле лә. Тап һабанда һайрашыр мәл яҡынлаша ла инде...
Читайте нас