Андреевка ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, уны тирә-яҡтан мәғрур урмандар ҡаплаһа, янынан ғына тулы һыулы Нөгөш йылғаһы аға. Был яҡтар – ысын мәғәнәһендә тәбиғәттең оло бүләге. Һауаһы ла таҙа, рәхәтләнеп йәшә генә.
Эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороусы Эдуард Ниғмәтуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, аҡса туплай ҙа Мәләүез районына күсенә. 2016 йылдан бирле шәхси хужалығында тоҡомло кәзәләр үрсетеү менән шөғөлләнә. Фермер хужалығына бөгөн иһә уның ҡатыны Лиана Ришат ҡыҙы етәкселек итә.
Малсылыҡ – Ниғмәтуллиндарҙың ғаилә кәсебе, улар тәү сиратта туғандарын, дуҫ-иштәрен үҙҙәре етештергән продукция менән тәьмин итә. Ә бына артып ҡалғанын һатыуға сығаралар. Шуныһы мөһим: фермерҙар һөт ризыҡтарына бер ниндәй ҙә консервант, яһалма өҫтәмәләр ҡушмай, барыһы ла тәбиғи.
Әйткәндәй, “Башҡорт кәзәһе” фермаһында етештерелгән продукцияны Башҡортостан халҡы ғына түгел, ә сит төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә тәмләй ала. Фермерҙар заявка буйынса заказдар ҡабул итә. Бөгөн беҙҙең төбәктең һутлы үләндәрен ашап, унан тәм алған кәзә һөтөнән етештерелгән ризыҡтарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Азербайжан халҡы яратып һатып ала.
Әле хужалыҡта 50-гә яҡын башҡорт тоҡомло кәзә аҫрала. Күпләп һөт биргән һәм юғары майлылығы менән айырылып торған был тоҡомло кәзәләрҙе Эдуард Ниғмәтуллин англо-нубий һәм швейцар тоҡомдарынан сығарған. Көн һайын 100 литр һөт һауып алалар. Экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы, шифалы кәзә һөтөнән фермерҙар ике төрлө сыр етештерә. Йәй көндәрендә, әлбиттә, ҡымыҙ ҙа бешәләр.
Бөгөн уларҙың шөғөлө кешеләрҙең сәләмәтлеген яҡшырта, хужаһына табыш та килтерә. Саф һауа һәм тауҙар солғанышында, Нөгөш йылғаһы буйында ял итеүселәр ҡала ығы-зығыһынан арынып, яңы ғына һауылған кәзә һөтө эсеп, алтынтамыр сәйен тәмләп, йәшәүгә дәрт, көс алып ҡайта. Ял итергә килгән туристарға фермер үҙенең шәхси хужалығына экскурсиялар ойоштороу менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә ул аллергия менән яфаланған балаларға хәйриә ярҙамы ла күрһәтә. Фермер ихатаһында йорт ҡуяндары, күпләп ҡош-ҡорт та аҫрай. Был хайуандарҙы ла күрергә балалар күпләп килә. Ә тауыҡ ояһынан үҙ ҡулдары менән йомортҡа йыйыу айырыуса ҡыҙыҡ тойола икән ҡала халҡына.
– Ҙур ҡалаларҙан балалар ғына түгел, хатта ололар ҙа башҡорт ауылы тормошо, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып таныша. Ошонда уҡ һауылған кәзә һөтөнән ауыҙ итеп, сырҙы тәмләп ҡарай улар, – ти Эдуард Ниғмәтуллин.
Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең төбәк өсөн ят күренгән ата кәзәне хатта хужаһы саҡ ауыҙлыҡлай. Уның тоҡомо Африканың Нубия иленә барып тоташа. Фермер уны Америка Ҡушма Штаттарынан ҡайтарған. Хаҡы ла йылҡы малыныҡынан ике-өс тапҡырға ҡиммәт. Һөтө ҡуйы, сәтләүек тәмен хәтерләтә, тиҙәр. Әлбиттә, юғары һауым алыр өсөн ныҡ тырышырға кәрәк.
Төпкөлдәге тармаҡ яңылыҡтары Халыҡ-ара кәзә үрсетеүселәр ассоциацияһында торған фермерҙарҙың иғтибар үҙәгендә. Уларҙың эшмәкәрлеге менән танышырға тип хатта сит илдән дә киләләр икән.
Йорто янында Эдуард кәзә үрсетеү өсөн иркен, йылы биналар, ялан кәртәләр, һауын залы өсөн махсус биналар төҙөп ултыртҡан. Һәр ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ һәм тәртип. Кәзәләрҙе һауыу өсөн Рәсәйҙә етештерелгән заманса һауын аппараттары ҡулланыла.
Заанен кәзәләрен фермер Ленинград өлкәһенән һатып алған. Улар көнөнә 6-8 литрҙан ашыу һөт бирә. Экологик яҡтан таҙа мөхиттә үҫкән шифалы үләндәр менән туҡланған кәзәләрҙең һөтө лә сифатлы. 2016 йылда фермер хужалығы бер миллион һумдан ашыу аҡсаға грант алыуға өлгәшә. Тап ошо дәүләт ярҙамына фермерҙың хужалығы тоҡомло кәзәләр менән тулылана.
– Француз сырынан беҙҙекенең айырмаһы шунда – Франция кәзәләре – Францияла, ә беҙҙекеләр үҙ ерлегебеҙҙә үҫкән үлән менән туҡлана. Маҡтанып әйтмәйем – Башҡортостан милли паркы биләмәһендә етештерелгән сыр күпкә яҡшыраҡ һәм тәмлерәк, – ти һөнәре буйынса ветеринар Эдуард Ниғмәтуллин.
Юғары сифатлы сыр рецебы XIX быуаттың махсус аш-һыу китабынан алынған. “Башҡорт кәзәһе” фермер хужалығында француз технологияһы буйынса аҡ үңәҙҙән “Кротэн”, “Камамбер”, “Майлы” һәм “Рекото” сырҙары итальян технологияһы буйынса етештерелә. Әйткәндәй, Эдуардтың ҡатыны Лиана сифатлы сыр етештереү серенә Башҡортостан дәүләт аграр университетында ойошторолған сыр етештереү курсында уҡып ҡайтҡан. Мәҫәлән, бер килограмм сыр етештереү өсөн 10 литрҙан ашыу һөт ҡулланыла.
Бында шулай уҡ һәр кәзәнең нәҫел-ырыуы хаҡында ентекле мәғлүмәт тупланып, уларҙың ата-әсәһе дүрт быуынға тиклем ентекле тикшерелә. Юғары сифатлы тоҡом алыу өсөн селекция эше лә алып барыла.
Йылыкүл янындағы ҡурсаулыҡта урынлашҡан “Башҡорт кәзәһе” фермер хужалығында туристар ял итһен, сәләмәтлеген нығытһын өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам, яҡлау фермерҙарға артабан тырышып эшләргә көс бирә. Яҡын киләсәктә Ниғмәтуллиндар һауын кәзәләре һанын 200-гә еткереп, балалар өсөн зоопарк булдырыуҙы күҙаллай.
Эйе, кәзә һөтөнөң шифаһы тураһында борон-борондан билдәле. Швейцария тауҙарындағы курорттар уның менән һөйәк, үпкә сирҙәрен, аҙ ҡанлылыҡты дауалаған. Башҡортостан шарттарында кәзә үрсеткән фермерҙарға “афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Әйткәндәй, Эдуард Ниғмәтуллин, оҙаҡ йылдар хәйриәлек менән шөғөлләнә. Бынан бер нисә йыл элек ул күп балалы ғаиләләргә тоҡомло кәзәләр бүләк итеп һөйөндөргәйне. Бөгөнгө коронавирус таралыу хәүефе шарттарында ла фермер Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары дауаханаларын битлек, бирсәткә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.