Иҡтисад
12 Мая 2020, 11:44

Биш тинлек ҡуян, мең һумлыҡ зыян...

Коронавирус донъя иҡтисадын емереүҙе дауам итә.

Билдәһеҙлеге һәм кешенең уның алдында көсһөҙлөгө менән бығаса күрелмәгән ығы-зығы тыуҙырған коронавирустың донъя иҡтисадына кире тәьҫире нисек күҙалланыуы тураһында гәзитебеҙ “Бөйөк депрессия ҡабатланырмы?” тигән мәҡәлә менән сығыш яһағайны инде. Әммә ул көндән алып хәл ҡырҡа үҙгәрҙе, был үҙгәреш әле лә да­уам итә. Ҙур предприятиеларҙың ябыҡ тороуы, тотош хужалыҡ тармаҡтарының бөтөнләй тиерлек һүнеп ҡалыуы ҡасан туҡтар? Ә артабан нимә көтә донъя иҡтисадын?


Тәүге туҡмаҡ уларға эләкте


Был ҡурҡыныс вирус, белеүебеҙсә, кешеләр үҙ-ара аралашҡанда йоға һәм тарала. Ә ҡитғалар һәм илдәр халҡының бәйләнешен төп ойоштороусы – туризм тармағы. Сәйәхәттәр һәм туризм буйынса бөтә донъя советы белдереүенсә, был өлкәләге 50 миллионға яҡын эш урынына юҡҡа сығыу хәүефе янай. Күпселек ерҙә дәүләт сиктәре ябылған, хәрәкәт сикләнгән һәм һөҙөмтәлә турист операторҙары ғәйәт ҙур зыян күрә.
Әле февраль аҙағында уҡ Рәсәй турист операторҙары ассоциацияһы буласаҡ зыянды 27 миллиард һум тип баһалай ине. Әлбиттә, был һан артыуға табан бара, хәҙер ошондай күҙаллауҙар яһарға бер кем дә батырсылыҡ итмәй. Һуңғы айҙа ғына ла 15 мең турист сәйәхәткә ғаризаһын юҡҡа сығарырға мәжбүр булды, ә был 500 миллион һумдан ашыу зыян тигән һүҙ.

Былтыр Рәсәйҙә Ҡытайҙан ғына ла 1,5 миллион турист булған. Быйыл ошо күрһәткес ун процентҡа артыр, тип көтәләр ине, ләкин коронавирус инфекцияһы ҡамасауланы. “Әгәр ҙә йәйгә табан хәл үҙгәрмәһә, зыян суммаһы 30 миллиард һумға баҫасаҡ”, – ти белгестәр. Һүҙ Ҡытай туристары тураһында ғына бара.
Турист операторы сәйәхәттән баш тартырға мәжбүр булған кешеләрҙең үтенестәрен кире ҡағырға хоҡуҡлы түгел. Тик был тиҙ эшләнә торған ғәмәл түгел, барыһы ла суд аша башҡарыла. Туристар ялһыҙ ҙа тороп ҡала, аҡсаны ла көтөргә тура киләсәк.


Ҡунаҡтар көтөлмәй, күңел асыу ҡайғыһы юҡ, ә дарыуханаларҙа төшөм артты


Туризм бизнесы ҡунаҡханалар эшмәкәрлегенә тығыҙ бәйле. Туристар ағымы юҡ, ҡунаҡханалар һәм хостелдар бушап ҡалды. Уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр түләүһеҙ ялға ебәрелгән. Рәсәйҙең ҙур ҡалалары Европа һәм Азиянан клиенттар етешмәүенән зыян күрә башланы ла инде. Бигерәк тә Алыҫ Көнсығышта был проблема ҡырҡыу тора, сөнки тирә-яҡ илдәрҙән унда йөҙәрләп кеше килә ине, шул иҫәптән – күршеләге Ҡытайҙан. Ҡунаҡхана хужалары йәйгә өмөт итә, шул осорға Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән күп туристар урынды алдан алып ҡуйған, тик бер нисә айҙан ниндәй хәл булырын берәү ҙә белмәй.
Һәр төрлө күңел асыу саралары һәм урындары бөгөн, тәбиғи, ихтыяж менән файҙаланмай, был аңлашыла ла: сир йоҡтороуҙан ҡурҡып, халыҡ йәмәғәт урындарына бармай. Музейҙарҙа, театрҙарҙа, уйын үҙәктәре һәм башҡаларҙа клиенттарҙың күпкә аҙайыуы күҙәтелә. Рәсәйҙәге генә түгел, ә донъялағы атаҡлы “Paramount” киностудияһы һәм “Disney” компанияһы ла был йәһәттән бөгөн ҙур ауырлыҡ кисерә.
Рәсәйҙең сәнғәт “йондоҙҙары” сит илдәрҙәге концерттарынан баш тартырға мәжбүр. Күп кенә башҡарыусылар, коронавирус менән хәл яйға һалынмай тороп, тамашасылар алдында сығыш яһауҙан, ғөмүмән, баш тарта. Хәйер, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә лә күмәк саралар тыйылды.
Ә дарыуханаларҙа һатыу күләменең ҡырҡа артыу сәбәбе аңлашыла, әлбиттә. Инфекция ҡоторған осорҙа үтә кәрәк булған антисептиктар һәм битлектәр ҡомға һипкән һыу кеүек тиҙ һатылып бөтә. Төрлө имеш-мимеш тыуҙырған ығы-зығы арҡаһында аҙыҡ кибеттәрендә он, ярма, шәкәр, көнкүреш химияһы һәм башҡа тауарҙар күпләп һатыла һәм һөҙөмтәлә сауҙа ойошмаларының килеме арта.


Етештереү туҡтай алмай


Пандемия осоронда күпселек предприятие етештереүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҙур ҡыйынлыҡтарға осраны. Был, нигеҙҙә, сеймал һәм деталдәр, запас частар килтертеүҙәге өҙөклөктәргә ҡайтып ҡала.
– Беҙ ил иҡтисадына ярҙам сараларын көн дә күрәбеҙ, улар көрсөктөң граждан­дарға һәм эшҡыуарлыҡҡа кире йоғонтоһон мөмкин тиклем кәметеү маҡсатын ҡуя, – тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә. – Рәсәй Президенты иҡтисадтың тотороҡло эшләүенә йүнәлтелгән мөһим башланғыстарҙы иғлан итте. Хөкүмәт уларҙы Дәүләт Думаһына тикшереүгә тапшырҙы, ә депутаттар тиҙ арала ҡанунлаштырҙы. Президент башланғысы менән ҡабул ителгән был саралар тупланмаһы үтә мөһим. Уларға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн ярты йыллыҡ һалым каникулдары, микропредприятиелар өсөн социаль фондтарға иғәнә түләтеүҙе кисектереү һәм башҡалар инә. Шулай уҡ иҡтисади яҡтан ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларҙы яҡлау маҡсатында бөлгөнлөк һәм штраф процедуралары алты айға кисектерелә. Бындай саралар, хәлдең нисек үҙгәреүенә ҡарап, артабан да ҡабул ителәсәк.
Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановтың ошо кәңәшмәләге сығышынан күренеүенсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә ҙур ресурс – тулайым эске продукттың 1,2 проценты бүленә. Был ниндәй саралар?
Барыһынан элек – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге. Тармаҡта тейешле инфраструктура булдырыу өсөн өҫтәмә ресурс йәлеп ителә: яңы инфекция үҙәктәре төҙөүгә, дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороуға һәм ҡайтанан йыһазландырыуға, махсус медицина автомобилдәре алыуға 50 миллиард һум планлаштырылған. Бынан тыш, сирлеләр менән туранан-тура эшләгән табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына өҫтәмә эш хаҡы түләү ҡарала. Бығаса сит илдән һатып алынған дауалау ҡорамалдарын Рәсәйҙә етештереүҙе яйға һалыуға ил ҡаҙнаһынан 10 миллиард һум бүленә.
Икенсе йүнәлеш – граждандарҙы социаль яҡлау. Әсәлек капиталына хоҡуғы һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бишәр мең һум түләнәсәк, киләһе йыл ҡаҙнаһында бының өсөн 66 миллиард һум бүлеү планлаштырыла. Бынан тыш, эшһеҙлек буйынса пособиены хеҙмәткә иң аҙ түләү кимәленә еткереү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Был иһә ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум талап итә.
Шулай ҙа төп тырышлыҡ, Антон Силуанов раҫлауынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Иҡтисадтың ошо даирәһе өсөн страховка иғәнәләре 30 проценттан 15-кә төшөрөлә, ә был иһә ошондай предприятиеларға йыл аҙағына саҡлы 285 миллиард һумлыҡ өҫтәмә ресурс туплау мөмкинлеген бирәсәк. Эшҡыуарҙарға шулай уҡ кредитты ташламалы хаҡтар менән биреү ҙә, һис шикһеҙ, байтаҡ еңеллек килтерәсәк.
Артабан нисек булыр?


Иҡтисад белгестәренең артабанғы күҙаллауҙары ниндәй: өмөтлөмө, әллә аяныслымы? Бер яҡтан, банктарҙың балансы 2008 йыл менән сағыштырғанда яҡшыраҡ, икенсенән, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек рухы хәҙер һиҙелмәй. Донъя иҡтисадының бөгөнгө тәртибен милләтселек һәм протекционизм билдәләй.
Яҡын киләсәктә ниндәй йүнәлештәр төҫмөрләнә? Бөгөн Көнбайыштың билдәле аналитиктары был теманы көн-төн тикшерә тиһәң дә була, уларҙың күптәре фажиғәле сценарийҙы һүрәтләй. АҠШ иҡтисадсыһы Нуриэль Рубини, мәҫәлән, әлеге эпидемия ҙур иҡтисади һәм геосәйәси көрсөккә килтерәсәк, тип иҫәпләй. “Коронавирус донъялағы ошоға хәтлем ҡоролған тәртипте ҡаҡшатасаҡ, был күренә башланы ла инде”, – ти ул. Уның фаразлауынса, оҙайлы “боҙ эраһы” яҡыная, милли ыҙғыштар көсәйәсәк, сиктәр ябыла, эш хәрби хәрәкәттәргә барып етеүе лә бик ихтимал. Торған һайын күберәк саралар онлайн режимында уҙғарыласаҡ, шул иҫәптән – табиптан ярҙам алыу ҙа, ҙур йәрминкәләр һәм спектаклдәр туҡтаясаҡ, сауҙа үҙәктәренең ябылыуы һәм һатыу-алыуҙың фәҡәт интернет аша барыуы мөмкин.
Ә немец иҡтисадсыһы Марк Шириц раҫлауынса, етди иҡтисади көрсөктән ҡасырға ла мөмкин булыр, моғайын. Донъяның фонд баҙарҙары “емерелһә” һәм иҡтисади үҫеш тиҙлеге һүлпәнәйһә лә, 2008 йыл өлгөһөндәге донъя көрсөгө ҡабатланыуы икеле. Быны түбәндәге сәбәптәр дәлилләй:
– беренсенән, ул саҡта банктарҙың бөлгөнлөккә осрауы һәм көрсөктө башлап ебәреүе тәбиғи сәбәпкә эйә ине: АҠШ, Испания һәм башҡа дәүләттәрҙә улар, финанс мөмкинлектәрен тейешенсә баһаламай һәм башҡалар алдында ҡеүәтле күренергә теләп, “шартлау”ға дусар ителде; бөгөн банктар ундай самаһыҙ табыш артынан ынтылмай;
– икенсенән, коронавирус эпидемияһы донъя баҙарында тауар алмашыуға ғына кире йоғонто яһаны, ләкин иҡтисадтың структураһына ҡағылманы. Дөрөҫ, иҡтисади үҫеш тотҡарлана, сөнки транспорт бәйләнештәре туҡтаны, заводтарға сеймал һәм деталдәр килмәй, эшселәр өйҙә ултыра. Шуға күрә Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы бөтә дәүләттәрҙең һәм банктарҙың иҡтисадты йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә саҡыра;
– өсөнсөнән, эпидемия үткәс һәм транспорт бәйләнештәре тергеҙелгәс, эшселәр үҙ урынына ҡайтасаҡ, ә эшҡыуарҙар заводтарҙы деталдәр, запас частар менән тәьмин итеүҙе икеләтә тырышлыҡ менән үтәй башлаясаҡ. Тауарҙарға ҡытлыҡ эштә өҫтәмә көсөргәнеш талап итәсәк, ә был хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ. Бөтә көрсөктәрҙән һуң йәнлелек башлана;
– дүртенсенән, бөгөнгө көрсөк һөҙөмтәһендә предприятиелар етештереү сылбырын ентекләберәк һәм сифатлыраҡ ойошторасаҡ. Күптәр деталдәрҙе, Ҡытайҙан ташыуҙы туҡтатып, үҙҙәрендә етештерергә йәки күрше илдәрҙән алырға ниәтләй. Икенсе төрлө әйткәндә, төбәкләштереү йәки яңы иҡтисади зоналар булдырыу тиҙләтеләсәк.
Читайте нас