Башҡортостанда юл объекттарын ремонтлауға быйыл иртәрәк тотондолар. Бөтә эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Проектҡа ярашлы, быйыл республикала 303,09 километр юл норма талаптарына яраҡлы хәлгә килтерелергә тейеш.
Төҙөү-йүнәтеү 107 төп объектҡа ҡағыла. Асфальт-бетон япмаһын яңыртыуҙан тыш, республикала 248 юл билдәһе, йәйәүлеләр өсөн 1200 метрлыҡ кәртә, 23 светофор ҡуйыласаҡ. Был эшкә 12,33 километр юлды капиталь ремонтлау, 2,96 километрын төҙөкләндереү, 1,8 километр яңы юл һалыу ҙа инә. Шулай уҡ ауырлыҡ үлсәү өсөн өс автоматик пункт ҡороу, фото- һәм видеотеркәү камераларын 459 данаға арттырыу планлаштырыла.
Был маҡсатҡа 7324,7 миллион һум йүнәлтелә, шуның 2223 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Милли проектта ҡатнашыу мөмкинлеге быйыл Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарына бирелде.
– Быйыл ошо милли проект объекттарында эш ике-өс аҙнаға алдараҡ башланды, – ти республиканың Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев. – Әлеге көндә подрядсылар 107 объекттың 17-һендә эш башланы ла инде. Быға һауа шарттарының уңайлы булыуы ғына түгел, конкурс процедураһын ваҡытында үткәреүебеҙ ҙә булышлыҡ итте.
Өфө – Шишмә юлының 26,4-27,9-сы километрында, мәҫәлән, иҫке япманы фрезланылар һәм тигеҙләүсе ҡатлам йәйеү эшен башланылар, артабан ҡомташ-мастика асфальты йәйеп сығасаҡтар. Бынан тыш, подрядсылар юлдың ике яҡ ситен нығытырға, юл билдәләрен һәм сигнал бағаналарын ҡабаттан ҡуйырға ниәтләй. Асфальтта юл ҡағиҙәләренә ярашлы тамғалар термопластиктан эшләнәсәк. Юлдың был өлөшөн быйыл 1 июнгә ремонтлап бөтөү бурысы ҡуйылған.
Муниципаль әһәмиәттәге Стәрлетамаҡ – Салауат юлында ла ҡайнар асфальт-бетон менән тигеҙләү эше бара. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты саралары программаһына урындағы халыҡтың үтенесе буйынса индерелгән был юлдың оҙонлоғо өс километр тәшкил итә. Эш июнь аҙағында тамамланасаҡ.
Ә ошо эш башланған тәүге объекттарҙың береһе – Өфөнөң Дим районындағы Левитан урамының Таллинн һәм Новороссийск урамдары араһындағы өлөшө. Ремонтланасаҡ юлдың оҙонлоғо 920 метр итеп билдәләнгән. Бында ла юлдағы асфальттың өҫтө фрезланасаҡ һәм шул урында яңы япма түшәләсәк. Артабан йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ эшләнәсәк, юл һыҙаттары бер-береһенән шулай уҡ термопластик тамға менән айырыласаҡ.
Был сараларҙан тыш, Өфөлә ошо милли проекттың ҙур сығым талап иткән объекттарында ла эш дауам итә, улар – Воровский урамының көньяҡ осонда Ағиҙел аша күпер, Комсомол һәм 8 Март урамдарындағы юлды ремонтлау, Мостай Кәрим урамындағы капиталь ремонт, Валерий Лесунов исемендәге бульварҙы һәм Баландин урамын төҙөкләндереү.
Май аҙағына Иглин ҡасабаһындағы Горький урамындағы эште тамамлау планлаштырыла. Бөтәһе 2,5 километр оҙонлоғондағы был арауыҡ комплекслы ремонтлана: юл япмаһын яңыртыуҙан тыш, ике туҡталыш павильоны ҡороласаҡ, юл билдәләре урынлаштырыла, йәйәүлеләрҙе һаҡлау өсөн тимер кәртәләр ҡуйыла.