Иҡтисад
15 Мая 2020, 06:08

Ихаталар төҙөкләндерелә

Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ихаталарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү пландарын тикшерҙеләр.

Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ихаталарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү пландарын тикшерҙеләр.


Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһы нигеҙендә 380 ихатаны ремонтлауға 1,77 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүе тураһында һөйләне. Министрлыҡ мотлаҡ эштәр исемлеген төҙөнө һәм муниципалитеттарға субсидия биреү тәртибен үҙгәртте. Хәҙер улар аҡсаны эште башҡарыуға һәм ҡабул итеүгә ҡарап аласаҡ. Бынан тыш, ведомствола программаны тормошҡа ашырыу алгоритмы төҙөлдө. Уға ярашлы бөтә эш быйыл 9 октябргә тиклем тамамланырға тейеш. Әле 37 муниципалитетта эшкә тотонғандар, тағы ла 26-һында тиҙҙән башлана.


Төҙөкләндереү программаһы 367 балалар һәм спорт майҙансығын төҙөүҙе, 22 мең квадрат метрлыҡ хәүефһеҙ япма түшәүҙе, дүрт меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйыуҙы, 182 километрлыҡ ихата юлын ремонтлауҙы, 15 мең туҡталҡаны төҙөкләндереүҙе күҙаллай. Биләмәләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығы урындағы етештереүселәрҙе йәлеп итеп, “Ихата. Парк. Сквер” төҙөкләндереү элементтары күргәҙмәһен ойошторҙо.


“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына килгәндә, быйыл уны тормошҡа ашырыуға 2,4 миллиард һум аҡса бүленә.


Фото: bashinform.ru
Читайте нас